-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2020, 16:00

ПУТИН МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТЫҢ ЭШ ХАҠЫНЫҢ КӘМЕҮ МӘСЬӘЛӘҺЕН КҮТӘРЕРГӘ УЙЛАЙ

Владимир Путин РФ Федераль йыйылышына булған мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәшәүсе граждандарҙың килеменә айырыуса иғтибар бүлә. Был турала дәүләт башлығы ТАСС сайты менән булған әңгәмәһендә белдерҙе.

"Әле мин 15 ғинуарҙағы мөрәжәғәтнамәгә әҙерләнәм. Ниндәй өҫтөнлөклө темаларға туҡталырмын, был турала һөйләргә иртәрәк. Төрлө варианттар бар", -- тип аңлатты ул. Шулай ҙа халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуына борсолоу белдерҙе. "Был һорауҙар хәл ителергә тейеш. Беҙҙе, айырыуса мине, халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуы борсой", -- тине.
Президенттың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәте -- ул һәр йыл Конституцияға ярашлы дәүләт башлығының сығыш яһауы.
Граждандарҙың йәшәү кимәле түбән булыу проблемаһы 2019 йылдың 19 декабрендә күтәрелгән ине. Президент быны негатив фактор булыуын таныны. Ул ваҡытта дәүләт башлығы был мәсьәлене хеҙмәт етештереүсәнлеге менән хәл итергә тәҡдим итте.
Автор: Эльмира Киеккужина
https://hakmar.rbsmi.ru/news/Putin-m-r-g--tnam-end-hali-ti-esh-ha-ini-k-me-m-s-l-en-k-t-rerg-uylay-63949/
Читайте нас: