Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиғалар тураһында хәбәр итә. Традицион рәүештә, гәзит-журнал мәғлүмәт биреү, фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй.
Тап 1703 йылдың 13 ғинуарында Рәсәйҙә, батша Петр I указына ярашлы, «Ведомости» гәзитенең беренсе һаны донъя күргән. Ошо ваҡиға айҡанлы 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Был күркәм дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, гәзит-журналды таратыусыларҙың байрамы булып тора.
Башҡортостан матбуғаты тарихы иһә Өфөлә сыҡҡан «Оренбургские губернские ведомости» гәзитенән башланған. Әле республика халыҡтары телдәрендә 200-ҙән ашыу гәзит-журнал сыға.