+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2020, 15:25

Тау шыуған баласаҡ иҫкә төштө

Имай-Ҡарамалы ауылында саф һауала рәхәтләнеп тау шыуған балаларҙың һүрәтен күрҙем дә, үҙебеҙҙең бала саҡтар иҫкә төшөп китте

Беҙ бәләкәй саҡта ауыл урамдары тотош көрткә күмелә ине. Беҙгә, бал-сағаға, бигерәк тә ҡулай, ихата башынан уҡ өйгән ҡарҙан рәхәтләнеп тау шыуабыҙ. Бер нисә сана тағылып, паровоз булып шыуыу бигерәк тә күңелле була торғайны. Урамдар балаларҙың шат тауышынан геү килеп торор ине. Биттәр алһыуланып, бейәләйҙәр боҙға ҡатып, уның ҡарауы күңелдәр булып өйгә ҡайтып инеүҙәр иҫләргә генә ҡалған...
Читайте нас: