"300 йыл самаһы элек булдырылған Рәсәй прокуратураһы үҙенең мөһим бурыстарына бөгөн дә тоғро - ҡанундар юғарылығын өҫтөн ҡуйып, граждандарҙың һәм дәүләттең мәнфәғәтен намыҫлы яҡлай.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығына, үҙ эшенә яуаплы ҡарауына, шулай уҡ шәхсән намыҫлылығына илдәге тәртип, законлылыҡ, халыҡтың азатлығы, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ышанысы ныҡлы бәйле.
Әлбиттә, айырым рәхмәт һүҙҙәре - намыҫлы хеҙмәт дәүерендә, мундирҙарына тап төшөрмәй, Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән прокурор корпусы ветерандарына.
Иң яҡшы традицияларға таяныу, ил алдындағы бурысҡа, йәмәғәт ышанысына тоғролоҡ Рәсәй прокуратураһы эшенең төп нигеҙе булып ҡалыр тип ышанам", - тиелә Президент ҡотлауында.
Автор: Миләүшә Сайтакова.