+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2020, 18:15

Интернетһыҙ - донъя йәмһеҙ

Интернет селтәре күптәргә һулар һауа кеүек кәрәк. Бер көндө лә унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Мәскәүҙә үткән "Рунет 2019" конференцияһында Рәсәйҙә нисә кеше интернет менән ҡулланыуы билдәле булған. Унда килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса, 96 миллион 900 меңде тәшкил итә икән. Дөйөм Рунет менән файҙаланыусылар һаны 78 процент булыуы асыҡланған. Ҡалған 22 проценты интернет селтәрен ҡулланмай. Улар ― хаҡлы ялдағылар, хәҙерге телекоммуникация хеҙмәттәре үтеп инмәгән урындарҙағы халыҡ. Ә глобаль ауҙа реклама биреү, Рунетты киңәйтеү өсөн инфраструктура булдырыу, аҡса коммерцияһы күләме, электрон рәүешендәге һанлы контент, түләү хеҙмәттәрен һанай башлаһаң, барыһының суммаһы 4 триллион 7 миллиард һум була. Был бик ҙур сумма, йылдан-йыл ул арта бара. Шул уҡ ваҡытта төрлө интернет-сервистар барлыҡҡа килеп, киң танылыу таба.
Читайте нас: