Егет был ҡылығы менән һәләк булғандарҙың ғаиләләрен, яҡындарын ҙур ҡайғы-хәсрәткә дусар итһә лә, күптәрҙең уны яҡлап сығыуы, бер ҡараһаң, ғәжәп кеүек. Һалдаттың адвокаты Руслан Нәғиев та уны төрмәгә эләгеүҙән алып ҡалыу мөмкинлеген ишаралай. Юрист аныҡ ҡына яуап бирә алмаһа ла, уставҡа хас булмаған мөнәсәбәттәр хаҡында енәйәт эше ҡуҙғатыу үҙенән-үҙе частағы бабайсылыҡтың асыҡланыуын таный, тип белдерә. Судтың һалдат был аҙымға аффект хәлендә барған тип тулыһынса таныуы ла ихтимал. Тағы ла уның үҙен яҡларға тырышыуы тип иҫәпкә алынырға мөмкин. Был да тикшереүҙең ахырына ыңғай һөҙөмтә биреүе ихтимал.
“Әлегә, әлбиттә, аныҡ ҡына бер нәмә лә күҙаллай алмайым. Тәфтишселәр ҙә, яҡлаусылар ҙа был ҡатмарлы эш нисек тамамланасағын, моғайын, әйтә алмаҫ. Алда беҙҙе, яҡлаусыларҙы, күп эш көтә”, - ти Нәғиев.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә уставҡа хас булмаған мөнәсәбәттәрҙә шикләнгән кешенең исеме билдәле булды. Ул – Рөстәм Мөхәтов. Башҡа мәғлүмәттәр әлегә сер итеп тотола.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-milde-sudta-a-lau-ari-ihtimal-73543/