+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2020, 16:40

ЙӘН ЯРАҺЫ

Ээй, ул ҡыш... Үлеп, ләхет таҡталары ябылһа ла онотолмаҫ мин күргәндәр, ти торғайны өләсәһе. Нисаға ла ғүмер буйына етерлек булды ул һыҙланыу - ғазаптар...

Түштәре тумалана башлаған үҫмер ҡыҙыҡай, әсәһенән оялып, мунсаға яңғыҙ йөрөй башлағайны. Йыуынып бөткәс, сайыныр өсөн тасҡа һыу әҙерләгәндә, тайып китте лә бер сүмес ҡайнар һыу Нисаның түшенә түңкәрелде. Йәнасыҡҡа ҡысҡырған ҡыҙының тауышын таплыҡта ашҡаяҡ әрсеп торған атаһы ишетте. Аңын юғалтҡан ҡыҙын күтәреп алып, эләгә – ҡолай медпунктҡа йүгерҙе. Эй, ул ҡыш... Һай, ул ҡышта кисергән ғазаптар. Яртыһы дауаханаларҙа, яртыһы өйҙә һыҙланып - һыҡранып үткәрҙе Ниса ул ҡышты.
Ҡайнар һыуға бешкән эсен, түшен бәйләп булмай, сей яра булып бысҡылдай ҙа китә. Үҙенең дә ите насар булғандыр - тиҙ генә уңалманы. Ике ҡулын ең эсенән ала ла, түш тәңгәлендә ҡаушырып йөрөй. Буш еңдәре йөрөй елпелдәп, һуғыштан төбөнән ике ҡулһыҙ ҡайтҡан Ғәббәстеке һымаҡ. Шулайтһа, күлдәге тәненә йәбешмәй. Йоҡлағанда йәбешһә инде... Шарылдатып айырып алырға тура килә әсәһенә күлдәкте.. Әсе ҡорот һарҡытына, тоҙло һыуға иреткән ҡаҙ майы ҡушып һөрттө өләсәһе Бәлхизә. Үҙе ауыртыныуҙан сеңләп илап ебәргән ҡыҙҙы йыуата:
- Сабыр ит, бәпәйем...Ҡалайтайым һуң... Йүнәлее-ер, балаҡайым, янған бешкән ерҙәрең. Яңы ит үрер күкрәгеңә, Алла бирһә, эскенәң дә шымарыр. Тән яраһы төҙәлә ул, балам, күңел яраһы ғына уңалмай.
Ээй, ул ҡыш... Үлеп, ләхет таҡталары ябылһа ла онотолмаҫ мин күргәндәр, ти торғайны өләсәһе. Нисаға ла ғүмер буйына етерлек булды ул һыҙланыу - ғазаптар...
Уҡытыусылар килеп, эш биреп, аңламағанын өйрәттеләр, үҙе лә тырышты Ниса. Контроль эштәрҙе һәйбәт эшләп, класынан ҡалмай күсте һигеҙенсегә.
Йәй башында ҡыҙҙар менән тәүге тапҡыр һыу инергә барҙылар. Ҡыҙҙар сар - сор итеп сирҡаныс алалар, бер - береһенә һыу сәсрәтәләр, һыу эсенә сүкәйеп, юҡ булып торалар. Йөҙә белгәндәре Һаҡмарҙың уртаһынан барып урай, йөҙә белмәгәндәре, һыу төбөнә таянып, яр ситендә быстырҙашалар. Ниса бер үҙе - яр башында. Эй һыу төшкөһө килә, шул теләге арҡаларын зымбырлата хатта. Һыуҙы ярата ул. Һыу инергә килһәләр, һаҡмарға иң тәүҙә ул осоп барып төшә, иң аҙаҡ ул сыға. Торғайны...
- Яр башында ултырма бер үҙең күҙеңде асалаҡ - йомалаҡ итеп! Өкө шикелле! Кил, төш! Тәүге һыуға вис кеше төшөргә тейеш! Нимәңде ҡарап ултыраң? Әйҙә!
Кемуҙарҙан ҡысҡырып, һыуҙа маз булған әхирәттәре Нисаның оялыуын һындырҙы. Күлдәген сисеп, ултырған еренә бөкләп һалды ла Һаҡмарға боролдо. Донъялағы иң ҡурҡыныс януарҙы күргәндә лә кеше улай ҡурҡмаҫ.
- Аһ!...
Күмәк иңрәү Һаҡмар өҫтөндә сайҡалды. «Ниса мунсала эҫе һыуға бешкән!” - тигәнде бөтәһе лә ишетһә лә, шул тиклем үк яныуҙы күҙ алдына килтермәй ине берәү ҙә. Нисаның эсе, ике түштең өҫтөнән алып кендеккә тиклем ҡарт ҡайындың олонондағы суғыртмаҡ шикелле булып уңалғайны. Тик был суғыртмаҡ бурһыу ҡыҙғылт төҫтә - ҡайнар һыуға бешкән йоҡа тән төрөлөп, сурайып бөтәшкән ине. Тиреһе йоҡа ғына булып кирелгән ерҙәренең ите йып - йылтыр булып тартылған. Йәш тулы ҡараштарын ҡыҙҙар ситкә алды, ҡайһылары услап – услап биттәренә һалҡын һыу һирпте. Ниса йүгереп барып һыуға ташланды. Үкһей - үкһей, илай - илай йөҙҙө. Ҡыҙҙар ҙа йәштәрен тыйманы. Улар араһында иң шәп йөҙөүсе ине Ниса - Һаҡмарҙың арғы ярына етә яҙып туҡтаны. Һыуға сумып, оҙаҡ сыҡмай, һыу аҫтында өнһөҙ иланы. "Үләйем дә ҡуяйым ошонда... Һыу аҫтында... Сыҡмайым да ҡуяйым..." - тип иланы...
- Ниса!!! Алйотланма!!! Сыҡ, Ниса!!! Ааа!!!
Күмәк тауыш тағы Һаҡмҡар буйын яңғыратты.
Шунан һуң Ниса ҡыҙҙар менән Һаҡмарға һыу инергә йөрөгәндә эскүлдәк кейеп төшә башланы. Йоҡа ғына аҡ митҡалдан еңһеҙ итеп эскүлдәк тегеп алды һыу ингәндә кейер өсөн.
Ныҡ янғайны шул эсе, яңы ғына тумалып килгән түштәре.... Һул яҡ түше бигерәк тә ныҡ беште. Оло сүмес ҡайнар һыу нимә ҡуя?.. Тән яраһы яйлап уңалды. . Суғыртмаҡтар ҙа, бөтмәһә лә, әкренләп ярайһы ғына тигеҙләнде.
Ә ҡыҙҙар - әхирәттәр еткән ҡыҙҙар булып етешеп беште. Тығыҙ күкрәктәре матур, тигеҙ генә булып ҡалҡып тора. Түштәре теүәл булғас ни... Нисәның һул түше шул көйө ҡалды, үҫмәне. Уңы ла яралы, аҫҡы яғы ите - тиреһе тартылып уңалды. Ҡыҙ тәүҙә үҙе тегеп кейгән лифчигының һул яғына мамыҡ тултырып ала торғайны. Ә мамыҡ тик кенә ятмай, улай - былай шыла, ойоша, йыуып алайым, тиһәң, өҙөлөп бөтә. Һуңынан башы етте Нисаның - һулы өсөн, уңына үлсәп, яһалма түш тегеп алды. Ҡатлап - ҡатлап, һырып , күбеп. Мунсала ғына йыуып киптереп ала ла, лифчигына ҡуша тегеп ҡуя. Тора - бара Ниса оҫтарып китте - ул теккән яһалма түштәр ҡатҡыл ғына булып, ике түшен дә тигеҙ итә..
Яҙмыш үҙенең бизмәненең ике осон да тигеҙ тоторға ярата. Янған ҡыҙҙы әхирәттәре араһында иң һылыуы итте Тәҡдирбикә. Һипкел тигәндең нимә икәнен дә белмәгән ап - аҡ йөҙ, ҡыйылып киткән ҡаштар. Ҡамыш шикелле ҡуйы оҙон керпектәр араһында мөләйем ҡуңыр күҙҙәр.... Эйәгенең һул яғындағы ҡап - ҡара матур миңе ҡыҙҙы тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Оҙон ҡалын сәс толомон берҙән үреп, һул яурыны аша алға төшөрөп һала гел.
Урта мәктәпте бөткәс, ҡыҙҙарҙың ҡайһылары һыйыр һауырға эшкә сыҡты, ҡайһылары ҡалаларға барып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға керҙе, училищераға таралышты.а Бер нисәүһе кейәүгә сыға һалып китте - мәктәп тамамлағанды көтөп кенә йөрөгәндәр икән, тиерһең. Ә Ниса Стәрлетамаҡ институнына барырға, уҡытыусы булырға ниәт төйнәп бөткәне инде. Юлға бергә сығып китергә иптәш ҡыҙҙар ҙа бар, мәҙәни-ағартыу техникумына инергә иҫәптәре. Конкурстан үтә алмаған Нисаға кире ауылға ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Ул саҡта ун класс белеме булған, армиянан ҡайтҡан егеттәрҙе, унды яҡшы билдәләргә тамамлаған ҡыҙҙарҙы уҡытыусы итеп эшкә алалар ине. Уҡытыусылар етешмәгәндер, күрәһең.
Ниса ла Йомрандар тигән ауылдың башланғыс кластары ғына булған мәктәбенә эшкә йүнәлтмә алды..
Был ауылға килгән көн ғүмерлек матур хәтирә булып иҫендә ҡалды Нисаның. Вәғиз ағаһы ат менән күсереп алып килде Нисаны ҡырҡ саҡрымда ятҡан Һаҡмар буйындағы тыуған ауылынан. Йәй аҙағының сыуаҡ, йылы, зәп - зәңгәр күкле матур көнө иҫенә төшһә, Ниса ниңәлер гел күҙҙәрен йома. Күҙ алдына килеп баҫҡан зәңгәр офоҡ буйлап йөҙгән бөҙрә болоттарҙы ниндәйҙер нәфис фильмдың һоҡланғыс күренештәре итеп тоя. Һылыу йөҙө яҡтырып китә, ирендәренә йылмайыу ҡуна.
...Бына улар Вәғиз ағаһы менән йәп – йәшел баҫыу уртаһынан ҡыл тартҡан шикелле һуҙылған туп – тура юлдан егеүле атта киләләр. Ҡоштар сутылдаша, баш осонда һабантурғай сорлай. Бына уларҙы, ауылға килеп ингәс, иң ситтәге өйҙөң ҡапҡаһы төбөндә таяҡҡа таянып торған ҡарт, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, күҙ яҙҙырмай күҙәтә.
- Олатай, мәктәбегеҙ ҡайһы тирәлә? – тигән һорауға үҙе ниңәлер яуап бирмәй.
Их, бер барып ҡайтаһы ине шул ауылға... Шул көн өсөн генә.
Мәктәпкә барып туҡтанылар. Йыйыштырыусы ишек алдарын һепергән. Мәктәп ишеге шар асыҡ. Иҙәндәре тап – таҙа. Кәрәк-яраҡтарҙы, китаптар, таблицаларҙы бушатҡан арала яңы уҡытыусы киләсәген йүкә телефон аша әллә ҡасан уҡ ишеткән ҡатындар, бала - саға мәктәп ихатаһына килеп тулды. Ихлас күрешеп, ҡайҙан, кем балһы икәнен һорашып бөткәндән һуң, Йомрандар ауылына тап ошондай һылыу уҡытыусы ғына килергә тейеш, тигәндәй, ҡыуанып риза булдылар. Кемгә фатирға төшөрөргә, тип күмәк кәңәшкә керештеләр.
- Үҙемә генә индерер ҙә алыр инем был кәртинкәне, - тип көлдөрөп алды Мөбирә тигәне, - балларым хут бирмәҫ.
- Зәһүрә әбейҙән ҡулайы булмаҫ. Уның үләре үлеп бөткән, китәре китеп бөткән. Өйө иркен. Силсәүит утын бирһә лә файҙа...
Зәһүрә тигәндәре барыбер миңә әпкилмәй хәлегеҙ юҡ, тип көткән, тиерһең Йәйгелеккә, тип сығарылған, ап - аҡ итеп ағартылған мейесе янында самауыры борҡоп ҡайнай, бер ҡаҙан картуф, тәмле еҫтәр таратып, бешеп ултыра.
- Бер генә уҡытыусы киләме, тиһәм... Был дилигатсыя ҡалыу ҡайҙа ул, - тип мәрәкәләп ҡаршы алды килеүселәрҙе әбей..
Йәшел сирәм өҫтөнә йүгереп йөрөп балаҫ - кейеҙҙәр, ҡорама түшәктәр йәйҙеләр. Ашъяулыҡтар түшәнеләр. Унда күҙ асып йомғансы ризыҡ тулды. "Әйтәм, һәр береһенең ҡулында төйөнсөгө бар ине..." - тип аптыраны Ниса.
- Ҡалай итһәң, ит, Йомрандарға барып ет! Йомрандарға барһаң, май ҙа ҡорот, икмәк юҡ, тиһәләр ҙә, беҙҙә вис бар! - тип үҙҙәренең хәбәрҙәрен һөйләй - һөйләй, ашъяулыҡҡа һый теҙҙеләр.
- Игендәрен йомран ташып бөткән, тигән булаларҙыр...
Шуныһы ҡыҙыҡ ине Нисаға - балаларҙы айырым ултырттылар.
Сәй эсеп алғас, аяҡ һоноп ултырып, тағы оҙаҡ гәпләштләр.
- Йәгеҙ әле, апайығыҙға йырығыҙҙы йырлағыҙ.
- Йә әле һин шиғырыңды һөйләп ишеттер.
- Бейеп күрһәт әле, - тип балаларҙы ла буш ҡуйманылар.
Шундай асыҡ күңелле, ихлас кешеләр араһында эшкә өйрәнеп китеүе лә еңелерәк булды Нисаға. Йыйылыштарға дәррәү йөрөнө ата - әсәләр. Балаларының холоҡтарын һөйләйҙәр, һин уны шулайт, һин быны нығыраҡ тот, тип, кәңәштәр бирәләр.
Уҡыу йылы бөткәс, институтҡа уҡырға инергә ныҡлы ҡарар итте ҡыҙ. Ситтән тороп уҡыясаҡ. Яратып өлгөргән эшенән китһә, ҡалайтыр тегендә? Бынау муйыл күҙле теремек уҡыусыларын һағынып үлер, ташлап китһә.
Декабрь урталарында Йомрандарға һалдат ҡайтты. Ауылдағы ғәҙәт буйынса ҡунаҡ янына ҡунаҡ йыйҙы Әүзәр менән Зәйнәп. Зәһүрә менән Ниса ла саҡырылды ҡунаҡ янына. Зәһүрә нисек кенә өгөтләмәһен, Ниса өйҙә ҡалды.
- Дәресем күп, инәй.
Ишекте туҡылдатҡас, инәй ҡалай тиҙ ҡайтты, тип уйлап, Ниса келәне ысҡындырҙы ла Зәһүрәнең ингәнен көтөп тормай, өҫтәле янына үтте
- Отставить! - тигән көр тауышҡа ялт әйләнеп ҡараны ла шаҡ ҡатты ҡыҙ. Ишеккә башын төкөмәҫ өсөн эйелеп инеп килгән һалдат, иҙәнгә төшөп киткән кәпәсенә эйелеп, хәбәрен теҙҙе:
- Аштан оло булырға ярамай! Боҫло ашты бора баҫмайҙар беҙ..ҙә.. Хәҙер үҙем барып... Тип...
Турайып баҫҡан егет телдән яҙҙы.
- И-ибраһим... Минең и-исемем...
- Ниса.
Ҡунаҡтағылар Ибраһимдың Нисаны алып килеү түгел, үҙе лә урап ҡайтмауының сәбәбен һүҙһеҙ ҙә аңланылар. Әүәлге моряк Баязит сығарған:
- Прапал парин... Панятны... - тигән ҡарарға бөтәһе лә риза булды.
Зәһүрә ҡайтып ингәндә Ниса өҫтәл артында, Ибраһим ишек төбөндәге эскәмйәлә ултыралар ине. Инәй ҡайтҡас, егет хушлашып сығып китте.
- Нимә һөйләштегеҙ?
- Һөйләшмәнек.
- Ыыста... Тик ултырҙығыҙмы?
- Эйе.
- Нисек тә... Ибраһим да хәбәр һөйләмәгәс... Ул ине тик ултыра торған кеше.
Ерҙән атламай хәҙер Ниса, ҡанатланып оса. Ул бәхетле, уны һөйәләр! Ҡыштың ҡалай үткәнен, яҙҙың ҡасан еткәнен дә белмәй ҡалды ғашиҡтар. Матур йөрөнөләр. Шофер булып эшләгән Ибраһим колхоздың өс ауыл фермаһының һөтөн ташыны, башҡа рейстарға йөрөнө. Буш ваҡыты килеп сыҡһа, һөйгәне янына ашҡынып килеп етә. Ниса ла уны һағынып көтә.
Ибраһим өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ниса быны күптән хәл ителгән нәмә, тип ҡабул итте.
Ҡайнар һөйөү утында янған ғашиҡ ҡыҙ ҡайнар һыуға янған күкрәге тураһында бөтөнләй онотто, уйлап та бирмәне.Үҙен өҙөләп һөйгән Ибраһим уның хәлен аңлар. Аҡыллы егет бит ул. Ә хәҙер ул турала нисек һөйләһен Ниса? Ул турала нисек башлап һүҙ ҡуҙғатһын берәй яйы килеп сыҡмаһа? Күкрәген асып күрһәтһенме ни тиктомалдан?
Ә яйы, ана бит, сығырға тора. Бына әйттерелгән кәләш булғас, һөйләр. Ибраһимы менән ҡушыласаҡ төндә икәүҙән - икәү генә ҡалғас... Ибраһим кәләшен үбеп -наҙлап, һөйөп – иркәләп, сабырһыҙ ҡулдары менән уның кейемдәрен һалдыра башлағас....Бала сағында кисергән аяныслы фажиғәле хәл тураһында шул мәлдә һөйләр. Ибраһим уның яралы тәнен устары наҙлап менән һыйпар, йәшле күҙҙәренән үбеп, йыуатыр...
Май байрамында икәүләп Нисаларға барып килделәр. Стәрлегә китмәҫтән алда Нисаны кәләш итеп өйттереп ҡуйыу ниәте тураһында аңғартты Ибраһим, һөйләшергә ата - әсәһен ебәрәсәген әйтте.
Һуңғы ҡыңғырау булған көндөң кисендә Ибраһим килде. Ауыҙы ҡолағына еткән. Ата - әсәһе, Әүзәр менән Зәйнәп, бөгөн ат менән буласаҡ ҡоҙаларына барып килгәндәр икән. Алдағы йомала кәләш әйттерергә киләсәктәрен иҫкәртеп ҡайтҡандар.
- Нисек үткәреп ебәрергә инде был аҙнаны, ҡалайтып ҡына сыҙалыр икән?
Ибраһимдың ихлас ҡайғырып ултырыуына Ниса көлөп ебәрҙе.
- Һине мәңгелеккә үҙемдеке итәһем килә бит тиҙерәк, ҡалайтайым?
- Мин былай ҙа һинеке бит, Ибраһим, һинеке генә буласаҡмын.
Дауамы бар.
Таңһылыу Ҡарасурина.
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/bi-bit/Y-n-yara-i-63804/
Читайте нас: