Был өйҙәрҙән кеше һис өҙөлмәй,
Һәр саҡ асыҡ урам ҡапҡаһы;
Төндә лә, ҡуш ҡуллап, ҡаршылайҙар,
Кемдер килеп, ишек шаҡыһа.
Эй, ҡунаҡсыл икән былар, тиеп,
Уйлаһағыҙ - һеҙҙең хаталар,
Был өйҙәрҙә "бизнесмендар" йәшәй,
Был өйҙәрҙә ағыу һаталар.
Һумдар артҡан һайын нәфсе арта -
Төпһөҙ икән әҙәм нәфсеһе;
Эскән кеше хайуандан да насар,
Ғаиләгә төшә әсеһе.
Ғаиләгә төшә бар ыҙалар:
Әсәй, ҡатын, бала ҡайғыра,
Кеше ҡайғылары - кештәктә, тип,
Улар үҙ кеҫәһен ҡайыра.
Һыра, араҡылар, фанфуриктар...
Эскеселәр тәнен "ыуалар",
Ыуалар ҙа ҡабат тормаҫ өсөн
Мәңгелеккә барып ауалар.
Бинахаҡҡа ғәйепләнеп, берәү
Төрмәләрҙә башын серетһә,
Күпме кеше ғүмерҙәрен ҡыйған,
Ағыу һатҡан рәхәт көн итә.
Әсәләре тыймай балаларын,
Балалары тыймай әсәһен,
Кемдең итәгенә уттар ҡапһа,
Шулар тоя уның әсеһен.
Фани донъяларҙа рәхәттер ҙә,
Бар бит әхирәткә бараһы;
Һәр кешенең эргәһендә генә -
Йәшәү менән үлем араһы.
Бер кем тыймай. Күпме ойошмалар,
Етәкселәр күҙен йомалар;
Ауыл һайын - ошо проблемалар,
Ауыл һайын - ошо ыҙалар.
Ҡанундар күп. Әммә бер сара юҡ
Килгән афәттәрҙе баҫырлыҡ,
Үлем һатҡан ошо кешеләрҙе
Стеналарға терәп атырлыҡ.
©
Флүрә Маликова-Йомағужина