0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2020, 19:00

ЙӘН ЯРАҺЫ Дауамы

Йылдай тойолған аҙна үтеп бара, ниһайәт. Бөгөн шаршамбы. Ниса әсәһенә ярҙам итер өсөн алдараҡ ҡайтырға булды.

Йома көнө барып әйттерһәләр, ялдан һуң Ниса юлға сығасаҡ. РОНО - ға барып ҡайтты, ниәттәрен әйтте, ғариза яҙҙы.
Мәктәптең асҡысын тапшырҙы. Август урталарында килермен, тип балалар менән хушлашты. Әйберҙәренең, кейемдәренең килгәс кәрәк буласаҡтарын Зәһүрә инәһенә ҡалдырҙы.
Ә Ибраһим:
- Эштән ҡасан ҡайтһам да үҙем алып барырмын, ҡайтып китмә, мине көт. Ат менән килеп ыҙаламаһындар, - тип әйтеп китте иртәнсәк.
Кискә ҡарай елпетеп кенә мунса яғып ебәрҙеләр.
- Йомрандарҙың һыуын һағынырһың, йыуынып ал, - тине Зәһүрә инәһе.
Ниса сайынып бөтөп кейенергә йөрөй ине, мунсаға ҡапыл ғына Зәһүрә килеп инде.
- Төшөп бөттөңмө, ҡыҙым? Ибраһимың ҡайтып уҙҙы. Хәҙер килеп тә етер.
Ниса ҡалын, оҙон сәсе менән күкрәген ҡаплап өлгәрһә лә, Зәһүрә ҡыҙҙың йәрәхәтле тәнен күрҙе.
- Ай, балаҡайым!... Ай, Аллаҡайым!...
Зәһүрә Нисаның еүеш сәстәренән һыйпай – һыйпай илап ебәрҙе.
- Ибраһим беләме? Әйтмәнеңме ни? Ай әттәгенәһе... Ай әттә икән... Әллә инде былай булғас, әллә инде...
- Хат яҙып тор Эстәрлеңдән, хәлеңде белгертеп, - тип оҙатып ҡалды ҡыҙҙы Зәһүрә.
Нисаларҙың ауылына барып етергә ике саҡрымдай ҡалғас, Ибраһим машинаһын туғайҙа туҡтатты.
- Әйҙә, төшәйек әле, Ниса, әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ. Мин иртәгә ҡасан килгәнсә хәбәр йыйылып китер, юғиһә.
- Әсәйемдәр көтәлер, оҙаҡламайыҡ.
Ибраһим кабинаның ишеген асып, ҡыҙҙы ҡосағына алды, ҡайнар тыны менән Нисаның сикәләрен яндырҙы.
- Сабыр итәйек, йәнем...
Егет көслө ҡулдары менән ҡыҙҙы күтәреп йомшаҡ үләнгә һалды.
- Ибраһим, иртәгә...
- Ниса... Бөгөн ни, иртәгә ни...
Уның ярһып наҙлауына Ниса быуынһыҙ булды. Блузкаһының бөтә төймәләрен ысҡындырып, Ибраһим ҡыҙҙың түшенә ирендәрен тейгеҙҙе, һурып - һурып үбергә теләне.
- Ибраһим!!!
- Ниса, был нимә ул? Ниндәй сепрәк ята ул бында? Нишләп?! Ә ниңә?...
Ибраһимдың тауышы ныҡ алданған кешенеке һымаҡ ине.
- Ибраһим, мин бәләкәй саҡта мунсала эҫе һыуға яндым. Тайып китеп бер сүмес ҡайнар һыуҙы түшемә ауҙарҙым... Ошолай булып уңалды...
Йәйге ҡыҫҡа төндөң шыйыҡ ҡараңғылығы Нисаның тәнендәге яраларҙы йәшерә алмай, Ибраһимдың ағарынып киткән йөҙө лә асыҡ күренә
- Ә ниңә шулай икәнеңде минән йәшереп йөрөнөң?
- Нисек йәшерҙем? Нисек шулай икәнемде, Ибраһим?
Егет Нисаның күкрәгенә эйәге менән ымланы.
- Мин йәшермәнем, Ибраһим. Ә ҡасан әйтергә тейеш инем һуң? Бына, Ибраһим, минең түштәрем ошолай! – тип асып күрһәтергә инемме әллә, Ибраһим?
Ибраһим өндәшмәне, ҡарашын ситкә борҙо, ерҙә ятҡан кепкаһын алып кейҙе.
- Мин һиңә барыһын да иртәгә һөйләрмен, тип уйлағайным, Ибраһим. Һин аҡыллы бит, аңлар инең.
- Иртәгә? Эш үткәсме?
Белгертмәҫкә тырышһа ла, Ибраһимдың тауышы мыҫҡыллы ине.
- Нисек эш үткәс? Ни һөйләйһең һин, йәнем? Мин аңламайым?
Егет һүҙһеҙ ҡалды.
- Ибраһим, беҙ бер беребеҙҙе яратабыҙ бит! Мин һине тәү күргәндә үк яраттым! Башҡа берәүҙе лә яратманым да, егеттәр менән йөрөмәнем дә.
Егеттең ирен ситтәре ҡыйшайып киткәнен Ниса күрмәне.
-Һинһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым мин, йәнем. Башҡа ерҙәрем имен. Мин бит зәғиф, ғәрип түгелмен. Үҙем дә сафмын...
Ҡыҙ ике арала үтеп сыҡҡыһыҙ тәрән, ҡара упҡын барлыҡҡа килгәнен һаман аңламай ине әле. Был көтөлмәгән аңлашылмаусанлыҡ бөтөнләй иғтибарға лайыҡ тип һанаманы Бына хәҙер һөйгәне уны ҡосаҡлап алыр, иркәләр, наҙлар. Һәм Ниса инде иртәгәне көттөрмәҫ. Ниса Ибраһимдың яурынына ҡағылды. Егет һикереп торҙо лә ҡулынан тартып, Нисаны ла торғоҙҙо. Ҡыҙ барыһын да аңланы. Блузкаһының төймәләрен эләктерҙе.
- Һеҙ килмәгеҙ иртәгә, Ибраһим. Атайыңдарға әйт, бармайбыҙ, тиген. Ниса шулай – шулай ҡыҙ булған икән, тип аңлат. Мин сыҡмайым һиңә.
Ибраһим, ихлас булырға тырышып, Нисаны ҡосағына алырға теләне.
- Нишләп килмәй, ти, киләбеҙ! Киләм! Һине...
- Кем алыр, тиһеңме? Алмаһалар, бармаҫмын. Ә һин ҡайт. Хуш! Ҡалдыр мине, үҙем ҡайтып етермен.
Һаҡмарының һалҡын һыуында илай - илай оҙаҡ йөҙҙө Ниса. Яҡтырып килгәндә ҡайтып ингән ҡыҙҙарының хәлен ата менән әсә бер ҡараштан аңланы.
Иртә менән атаһы Нисаны район үҙәгенә илтеп ҡуйҙы. Шул китеүҙән Стәрлетамаҡта ҡалды Ниса. Ҡалала ла аҡыллы егеттәр күп икән - кейәүгә сыҡты. Ә Мәғәфүрҙән: Яратам! Алам! Бармаһаң, үләм! – тиеүҙән башҡаны белмәгән егеттән, ауыҙы бер тапҡыр бешкән Ниса хәлен йәшермәҫкә ҡарар итте. Күрһен! Ташлаһа, алмаһа, ана бара юлы!
Ә Мәғәфүрҙән, Яратам!, Алам! Бармаһаң, үләм! – тиеүҙән башҡаны белмәгән егеттән, ауыҙы бер тапҡыр бешкән Ниса хәлен йәшермәҫкә ҡарар итте. Күрһен! Ташлаһа, алмаһа, ана бара юлы! Егетте үҙе лә бик оҡшатһа ла, ымһынып, күңеле сайралыуҙан ҡурҡып, хистәренә юл ҡуйманы.
Тәүге тапҡыр Ашҡаҙарға һыу инергә барғанда, Ниса Мәғәфүр алдында ашыҡмай ғына, яйлап – берәмләп кейемдәрен һалды ла (Йәнәһе, һис оялмай, тартынмай. Ә үҙенең йөрәге ярылырҙай булып тибә) ярым асыҡ купальникта ҡалды. Ҡойоп ҡуйған кеүек һомғол, нәфис буй – һын, Һыуһылыуҙай һылыу ҡыҙға ҡарап, Мәғәфүр телдән яҙҙы, тын алырға ла онотто. Ниса егеткә иҫе лә китмәгән кеше булып, яһалма түштәрен ысҡындырып, күлдәге өҫтөнә һалды, кирелеп – һуҙылып алды. Бөтә ошо ҡыланышы менән ул:
- Бына, күрмәһәң – күр! Ә мин – ошолаймын! – тигәнде әйтергә теләне.
Эсен һыйпап, сәпелдәтеп һуғып – һуғып алды ла, ҡом араһындағы ваҡ ҡына осло таштар табанын ауырттырһа ла, яй ғыга атлап, йылғаға ыңғайланы.
-Ниса...
Мәғәфүрҙең ошо бышылдауы теге саҡта Һаҡмар буйын яңғыратҡан
-Аһ! – тигән иңрәүле тауыштан көслөрәк ишетелде.
Ниса ҡомға тубыҡланып, устары менән йөҙөн ҡапланы. Мәғәфүр, йүгереп килеп, ҡыҙ алдына теҙләнде.
-Нисам минең, һөйөклөм минең! Ныҡ һыҙландыңмы? Нисек түҙҙең? Илама, ҡәҙерлем... Беҙ бик бәхетле булырбыҙ!
-Мәғәфүр... Үләйем дә ҡуяйым бөгөн, тип килдем мин Ашҡаҙарға. Сумырмын да сыҡмаҫмын, тип...
Һөйөклө иренә ике ул табып бирҙе Ниса.
Тәүге малайына имсәк ҡаптырғанда, һул түше тәҡәтһеҙ ҡысый башланы. Тырнарға ҡурҡты, йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны ла һыйпаны. Ҡысыу баҫылды. Бер аҙҙан нимәгә эсемә йылы ғына булып китте икән, тип ҡарап ебәрһгәйне, таң ҡалды: имсәктең башы булырға тейешле урындан тып - тып, тып - тып итеп һөт тама! Ап-аҡ ҡына, йылы ғына һөт!
Тән яраһы уңалып, һыҙлауҙары онотолһа ла, ауылдан киткәне бирле йәне һыҙылып ҡына һыҙланы ла торҙо Нисаның. Бәпәйен имеҙгән мәлде көткән икән күңел яраһы. Бына хәҙер ул да уңалды. Ап-аҡ күкрәк һөтө икән йән яраһының дауаһы.
Таңһылыу Ҡарасурина.
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/bi-bit/Y-n-yara-i-63804/
Читайте нас: