600 грамм ҡабаҡ, 150 грамм кишер, 75 грамм башлы һуған, ярты стакан һөт өҫтө, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк (4 кешегә иҫәпләнгән).
Ҡабаҡты йыуып әрсейбеҙ, төштәрен алабыҙ. Кишерҙе йыуып таҙартабыҙ. Һуған әрсейбеҙ. Йәшелсәләрҙе турайбыҙ һәм һыуҙа йә һурпала бешерәбеҙ. Блендер менән иҙәбеҙ. Тәменсә тоҙ, борос ҡушабыҙ, һөт өҫтө һалабыҙ. Бутайбыҙ. Табынға биргәндә йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.
Өҫтөнә эрбет (кедр) сәтләүеге йә шөкәрә (сухари) һибергә мөмкин.
Файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар менән хушланып, һыуыҡтарға бирешмәй, ҡышты һаулыҡта-сәләмәтлектә үткәрәйек!