+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2020, 11:50

Алтын – дәүләкәндәрҙә!

Мини-футбол буйынса турнир үтте

Яңы йыл байрамдары осоронда Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2014-2015 йылғы балалар араһында мини-футбол буйынса турнир үтте. Уны «Талант» футбол мәктәбе ойошторҙы. Турнирҙа Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Күмертау, Дәүләкән ҡалаларынан һәм Раевка ҡасабаһынан бөтәһе 20 команда ҡатнашты.
Камил Баҡаев, Матвей Кирәев, Роман Мигунов, Данияр Садиҡов һәм Арсений Рәхмәтуллиндан торған Дәүләкән йыйылма командаһы ҡалабыҙ данын лайыҡлы яҡлап сыҡты. Бер матчта ла еңелмәйенсә, улар I урынға сыҡты һәм турнирҙың чемпиондары булды.
Сараны ойоштороусылар Дәүләкән уйынсылары Матвей Кирәев һәм Камил Баҡаевты «Яҡшы уйынсы» номинацияһында шәхси кубоктар менән айырым билдәләп үтте.
Беҙҙең команданы, уйынсыларҙың ата-әсәләрен һәм тренерҙар сотавын лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм футбол яланында яңынан-яңы еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ!
Сергей Чиков.
Автор фотоһы.
Читайте нас: