+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2020, 13:25

Бөтә донъяла уйлап табыусы балалар көнө билдәләнә

Һыу саңғыһын, Брайль шрифтын, йөнтәҫ ҡолаҡсындарҙы нимә берләштерә?

Был әйберҙәрҙең барыһын да балалар уйлап сығарған. Йондоҙҙар менән биҙәлгән Аляска байрағы, батут, бармаҡ остары асыҡ бирсәткә, калькулятор ҙа үҫмерҙәрҙең ижад емеше.
Һәләтле балаларҙы һәр саҡ хуплап торорға кәрәк. Бының өсөн тейешле шарттар ҙа булырға тейеш. Һәр бала талантлы, уларҙың һәр береһе шәхес. Өйҙә - ата-әсә, балалар баҡсаһында - тәрбиәсе, артабан уҡытыусы уның һәләтен үҫтерергә, үҫтереү өсөн мөмкинлек тыуҙырырға тейеш.
Һәләтте билдәләүҙең һигеҙ төрө бар. Мәҫәлән, артислыҡ, спортҡа ынтылыш, ижади, интеллектуаль һәм башҡалар.
Үкенескә ҡаршы балалар үҙәктәре, спорт түңәрәктәре түләүлегә әйләнеп бара. Яңы заман талаптарынан ситкә китә алмайбыҙ. Нисек кенә булмаһын, баланың һәләтен үҫтереүгә сик ҡуйырға ярамай. Ата-әсәләргә баланың һәләтен ваҡытында күреп, эшмәкәрлек ҡеүәһен үҫтерә белергә кәрәк. Шуныһы ла бар, уңыш нигеҙе тырышлыҡ.
Читайте нас: