+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2020, 19:20

Насар һүҙ әйтеүҙән тыйылһаҡ ине

“Улымды, һыу буйына барып, сәсемде тарап ҡар­ғаным”. Нәсихә әбейҙең улына ҡарата шулай тип әйтеүенә иҫем китте.

Әлегәсә үҙен донъя­ға тыуҙырған балаһы ха­ҡын­да берәүҙән дә был тиклем ҡот осҡос һүҙ ишеткәнем юҡ ине. Киреһенсә, күптәр бала­һына һүҙ тейҙермәй. Ана, күршебеҙҙәге Сәлимә апай эш һөймәгән, инде утыҙ йәшенә етеп өйҙә ятҡан һәүереген данлап бөтә алмай, күргән арала шул әзмәүерен маҡтап ала.

Нәсихә әбейҙең дә холҡон яҡшы беләм. Бер ваҡытта ла кешенең матур сифатын күрмәҫ. Күрше-тирәһе менән дә татыу йәшәмәй шикелле. Һөйләгән һайын уларҙы яманлай, әрепләшеп, аралары боҙолоп бөткән.
Әбей бына ярты йыл самаһы өс туған апаһында йәшәй икән. Беле­үемсә, үҙе туғыҙ бала үҫтергән. Бөтәһе лә төрлө яҡҡа таралышып бөткән, кинйәләре ауылда ҡалғас, бергә йә­шәй­ҙәр. Улы, килене менән булған мө­нәсәбәте ҡыҙыҡ­һындырмаһа ла, ул эсендә йыйылғанын үҙенән-үҙе теҙҙе.
“Бисәһе һүҙенә төштө, – тип һүҙен дауам итте әбей. – Бер көн кем­дәрҙәндер һуҡ­мыш килеш ҡайтты ла, ниңә беҙҙе һөйләп йөрөйһөң, тип йоҙроғо менән йоғоноп килә. Һуғып осора икән, тип ҡотом осто. Бар, бүтән балаларың менән йәшә, тип ҡулымдан етәкләп урамға сығарып ебәрҙе. Әйберҙәремде ихатаға ырғыт­ты. Йә, ошо балам иң яратҡаны булды бит. Бүтәндәре үҫкәндә етешһеҙлек заманы ине. Был иң бәләкәйе булғас, тәтәй кеүек кейен­дерҙек. Әҙәмдән оят, үҙең һалған өйҙән тибелеп сыҡ инде”.
Бер сама һөйләгәс, әбей туҡтаны. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Унан күҙҙәре аларған әбей тағы һүҙен дауам итте.
– Үҙ улым булһа ла, бәхиллегем юҡ. Эт күрмәгәнде күрһен! Ҡулдары тартышһын! – Уның был һүҙҙәрен ишетеү шул тиклем имәнес ине.
– Ҡуй, әбей, үҙ балағыҙға улай тип әйтмәгеҙ. Улығыҙ бына тигән! Алтын ҡуллы. Ҙур, матур итеп яңы өй һалған. Әле генә һоҡланып ҡарап торҙом.
Улын маҡтағанға әбейҙең һарыуы тағы ла нығыраҡ ҡайнаны.
– Шул әҙәм аҡтығын маҡтай­һыңмы?! Ул үҙенең хеҙмәте тиһеңме! Атаһы мәрхүм менән беҙҙең пинсийә вис шул өйгә кереп китте. Һалған өйөнөң игелеген күрмәһен. Үҙең генә шундай һарай кеүек итеп һалырһың хәҙерге заманда!
– Улай тимә әле! – Һүҙгә әбейҙең өс туған апаһы ҡушылды. – Нимә генә тимә, үҙ балаң, үҙ бауырың. Уйлап һөйләһәңсе.
Нәсихә әбей уның һайын ярһыны. Был осраҡта уға башҡа төрлө һүҙ әйтеү файҙаһыҙ ине. Ул йәнә асыуын сығарҙы:
– Үҙен кисә йылға буйына барып, сәсемде тарап ҡар­ғаным. Бер генә лә бәхиллегем юҡ...
Был өйҙә башҡаса ултырыу мөм­кин түгел ине. Тиҙерәк хушлашырға тырыштым. Әбейҙең һүҙҙәре баштан сыҡманы. Уны әсәйем менән сағыш­тырҙым. Электән яҡшы белгәс, килене, улы менән мөнәсәбәттәре киҫкенләше­үендә үҙенең дә ғәйебе булыуына шик юҡ ине. Улыңдың ғаиләһен һәр ваҡыт кемгәлер һөйләп йөрөү бер ҙә һәйбәт күренеш түгел. Улын да аҡлап булмай. Урам буйында теләһә кемдән хәбәр тыңлау ир-егетлекме? Ауылда иһә берҙе бишкә түкмәстереп күпертергә әҙер торған, шунан кинәнес алған ара бутаусылар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул.
Унан һуң бер нисә йыл үтте. Бер көн ауылдан:
– Нәсихә әбейҙең улы менән килене Өфөгә килгәндә аварияға осраған, икеһе лә үлгән, – тигән ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр.
– Балалары машинала булғанмы?
– Юҡ.
Ул көндә ҡулыма эш барманы. Ниндәй ҙур ҡайғы! Уйламағанда береһенән-бе­реһе бәләкәй өс бала етем ҡалды. Хәҙер уларҙы кем ҡарар? Улы менән килененә әсәһенең рәйнеше төштөмө икән? Бер нисә ай элек ҡайтҡанда ғына яңы өйҙәрен туй­лағайнылар.
Их, ниндәй ауыр саҡтарҙа ла бер-береңде аңлап, яңылыш һүҙ әйтеүҙән тыйылып йәшәһәк ине.
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/nasar-yte-n-tyyyl-a-ine/
Читайте нас: