-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2020, 16:30

Мәтрүшкәле сәй

Быйыл ҡыш ҡаты килергә оҡшап тора. Йәйен һәйбәт кенә ял итеүемә ҡарамаҫтан, йүтәлләп, температурам күтәрелеп, ауырып тик йөрөйөм.

Хикәйә
Быйыл ҡыш ҡаты килергә оҡшап тора. Йәйен һәйбәт кенә ял итеүемә ҡарамаҫтан, йүтәлләп, температурам күтәрелеп, ауырып тик йөрөйөм. Отпуск мәлендә тыуған яҡ урмандарында йыйған мәтрүшкәләрҙе ҡайнатып сәй эсеп ултыра инем, улымдың: «Әсәй, социаль селтәрҙә һине ниндәйҙер Рамаҙан эҙләй, тигәндәр. Дөрөҫөрәге, уның балалары минең аша һине таптыралар», тигәненә терт итеп киттем. Һуң әле генә бит мин Рамаҙан ағайымды иҫләп алдым. Мәтрүшкәләр йә кедр сәтләүеге күргән һайын хәтеремә төшә лә тора шул ул.
* * *
…Атайым менән әсәйем бик иртә өйләнешкән. Нисек йәшләй ҡауышһалар, оҙаҡ та тормай айырылышҡандар. Күрше ауылдарҙа үҫкән улар. Арала биш саҡырым ғына ятһа ла, атайымдың туғандары менән аралашып үҫмәнем. Хатта белмәйем дә тиерлек. Ә былай бик күрге, белге килә торғайны, аҙаҡ тора-бара ул теләк тә һүнде, сөнки атайымдың ун ике бер туғанының хатта береһенең дә килеп күргәне булманы, тиерлек. Балалығым менән бик ауыр кисерҙем, әллә насар ҡыҙыҡаймынмы икән, тип борсолған саҡтарым да булды. Беҙ бәләкәй ваҡытта кешеләрҙе яҡшы яманға бүлеп ҡарау бигерәк киң таралғайны. Әле генә бит ул ғалимдар яман кешенең яҡшы сифаттарын табып булыуы, яҡшының да яман ҡылығы барлығы хаҡында яҙа.
Ауылда урта мәктәп булмағас, әсәйем мине Өфөләге 1-се интернатҡа бирҙе. Дүрт класты бөтөү менән баш ҡалаға барып урынлашыу башта ҡыҙыҡ кеүек тойолһа, аҙаҡ һағыныуыма сыҙай алмай өҙгәләнеүҙәремдең сиге булманы. Шулай бер көн буҫығып илап ятһам, һиңә килгәндәр, бар төш, тигәндәренә аптырап киттем. Әсәйем әле генә бушамайым тигәйне, уның әхирәттәренең береһеме икән, тип фаразлай-фаразлай, әллә ниңә кәйефем күтәрелеп китеп, битемде тиҙ генә йыуҙым да вахтаға йүгерҙем. Төшһәм, берәү ҙә юҡ. Шул тиклем ҡыйын булып китте. Шаяртҡандарҙыр, тинем, бар ул беҙҙең малайҙарҙың шундай насар холҡо. Йә килгән хатты бирмәй ыҙалаталар, йә ауылдан егетең килгән, тип үҙҙәренсә мыҫҡыллы көлөп йөрөгән булалар. Шулай ҙа тышҡы ишекте асып, тупһаға үрелеп ҡараным. Унда ерән сәсле бер ағай тәмәке тартып тора ине. Был кешенең миңә килеүе мөмкин түгел, тип тағы тирә-яҡҡа байҡап күҙ ташланым да, ҡышҡы һалҡын һауанан ҡасып, эскә йүгереп инеп киттем. Аша күренмәле оло пакетты тултырып кемгәлер мандарин алып килгәндәр. Еҫе вахта тирәһенә таралғанын әле генә һиҙеп ҡалам. Шәпләп килеп ингән ыңғайыма күстәнәстәр торған эскәмйә эргәһенән яйлап ҡына үтәм. Үҙемә шул тиклем ҡыйын. Хәҙер бүлмәгә инәм дә, юрған аҫтына ҡасып илаясаҡмын. Ниңә күңелем тулғанын да белмәйем, әммә ҡыйын. Әсәйемде, ауылды һағындым. Эт тә, бесәй ҙә иҫкә төшә. Ҡышын әсәйем өшөмәһендәр тип өйгә индергән бәрәстәр ҙә күҙ алдымдан йүгереп үткәндәй була. Ә бит мин уларға концерт ҡуя торғайным: шиғыр һөйләйем, йә бейейем, йә әсәйемдең массажкаһын микрофон итеп, йырлай башлайым. Коридорҙың осона еттем генә тигәндә ‒ кемдеңдер: «Миләүшә! Миләүшә! Миләүшә!» тигән тауышы уйҙарымды бүлде. Ҡараһам, баяғы ерән сәсле ағай баҫып тора.
‒ Миләүшә, һаумы, туғаным! Мине танымайһыңмы?! Киләле бында яҡыныраҡ.
Мин был кешене бөтөнләй танымайым. Яңылышҡандыр, тип уйлайым, әммә аяҡтарым уға табан атлай.
‒ Һаумы, туғаным! Һин ҡалай ҙур үҫкәнһең! Мине һаман таныманыңмы?
Ағай мине күтәреп үк ала. Ошо йәшемә етеп бер ир кеше лә күтәргәне булмағас, мин башта аптырап ҡалам. Үҙе иҫкитмәле итеп кейенгән бит әле...
‒ Ағай, һеҙ кем?
‒ Нисек инде кем? Һин мине таныманыңмы ни? Был мин ‒ Рамаҙан ағайың!
‒ Рамаҙан?! Белмәйем мин бер ниндәй ҙә Рамаҙанды.
Был кешене тамам яңылышты, тип иҫәпләп, уның ҡосағынан ысҡынырға маташам, көсәнеп тартылғас, уның ҡулы аҫтынан сығып ҡасам.
‒ Ҡарале һин уны нисек үҫеп киткән? Бына был күстәнәстәр һиңә, кил әле яҡыныраҡ һөйләшеп алайыҡ!
‒ Ағай, һеҙ кем? Белмәйем мин һеҙҙе!
Шул саҡ уның йөҙө үҙгәреп китә. Көрһөнгәндәй итә.
‒ Йә, ярай, Миләүшә! Ултыр әле бынауында… Ул йәнә ауыр тын алғандай булды. ‒ Мин һинең атайыңдың бер туған ҡустыһы. Һин бәләкәй саҡта ауылдан сығып киткәйнем, шуға белмәүең ихтимал. Сит илгә әрмегә эләккәс, шунда эшкә ҡалдым. Күптән ҡайтҡаным юҡ, шулай ҙа мин һиңә ике тапҡыр посылка һалдым. Моғайын, әсәйең әйткәндер?
Ошо мәл әсәйемдең кемдәндер күстәнәс килеүе тураһында һөйләгәнен иҫләгәндәй булам. Ә теге зәңгәр күлдәк! Эйе, эйе, иҫкә төштө. Күрәһең, минең уйлағандарым йөҙөмә сыҡты. Ағайым йылмайып уҡ ебәрҙе.
‒ Иҫеңә төштөмө хәҙер?
‒ Әле ниңә килдең? ‒ тим ҡапыл. Һуң улай тип һорарға теләмәгәйненм дә инде… Телем әллә ни һөйләй.
‒ Нисек инде ниңә? Һине күрергә килдем… Һиңә исемде лә мин ҡуштым. Әсәйең һөйләгәне булғандыр бит ул хаҡта. Һин бит мин мәктәптә уҡып йөрөгәндә тыуҙың, ә мин матайҙан осоп, аяғымды һындырып өйҙә ята инем. Шуға күрә һигеҙ айыңдан минең янда булдың. Телең нисек асылғанын да хәтерләйем. Мин һиңә:
Рамаҙан, Рамаҙан
Ашай, эсә биш ҡаҙан!
тип үҙемде ирештерергә һамаҡ та өйрәткәйнем…
‒ Эйе‒эйе, әсәйем был хаҡта һөйләгәне бар, әммә әллә ниндәй тиҫкәрем әйләнеп, күрергә килгән кеше менән тупаҫ ҡына һөйләшеп тик торам.
‒ Булһа һуң, хәҙер инде ул ваҡиғаларға бик күп йылдар үткән. Рәхмәт килгәнегеҙ өсөн, әммә мин һеҙҙең күстәнәсте ҡабул итә алмайым. Кәрәкмәй. Беҙгә бүлмәләргә емеш-еләк индерергә ҡушмайҙар… Рәхмәт, һау булығыҙ!
Мин теләр-теләмәҫ кенә, әммә ғорур ҡиәфәт менән ағайым янынан ҡуҙғалам. Үҙем туҡтатып тағы бер-ике һүҙ әйтһә ярар ине, ҡулына күтәреп әйләндерһә ине, тип теләйем . Юҡ, ул өндәшмәне, күрәһең,кәйефе ҡырылды. Их, мине! Кеше туғаным тип килеп еткән, ә мин! Йәнә лә коридорҙың теге урынына килеп еттем.
Читайте нас: