+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2020, 17:00

"Һин бит үлгәйнең!"

Хәмиҙә менән Гәрәйҙең тормошо йүнле булманы. Телгә бөткән, сәрелдәп торған торған ҡатын ирен һанламаны, йүнле һүҙ ишеттермәне.

Асыуы килгән ир ҡайһы ваҡыт кәйефләнеү өсөн мул ғына төшөрөргә лә аптырап торманы. Көндәрҙең береһендә ул барлы-юҡлы әйберҙәрен алды ла сығып китте. Хәмиҙә “Ҡайҙа барыр тиһең, йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр” тип уйлаһа ла, ире ҡайтманы.
Бер ай үтте, ике ай, ярты йыл... Аптыраған ҡатын полиция бүлегенә барҙы, ирҙе эҙләй башланылар,әммә уны бер ҡайҙан да тапманылар. Күрәһең, үлгәндер тигән фекергә килделәр. Иҫән булһа, бер күренер ине.
Бер йылдан Хәмиҙәгә ир мәйете табыуҙары, килеп,уны танырға кәрәклеге хаҡында хәбәр иттеләр. Килде ҡатын мәйетханаға. Инде тарҡала башлаған ирҙе ул үҙенең Гәрәйе тип танып, туғандарына хәбәр итеп, ерләргә тыуған ауылына оҙаттылар. Был арала ҡатыны уны иҫәндәр исемлегенән төшөртөп, үлеме хаҡында танытма ла алды.
Ниндәйҙер ҡатын менән баҡсала йәшәп, документтары кәрәк булған Гәрәй көндәрҙең береһендә фатирына ҡайтып ишек шаҡый.
Кем ул? – тип һорай ҡатыны.
Гәрәй!
Юҡты һөйләмә! Гәрәй күптән үлде.
Нисек инде үлһен! Бына мин баҫып торам. Хәмиҙә,ас инде, мин паспортымды алырға ҡайттым.
Тағы ла шулай тора бирһәң, хәҙер милиция саҡыртам.
Ни эшләргә белмәгән Гәрәй баҡсала йәшәгән өйҙәше янына кире ҡайта. Ул әле лә иҫән килеш үлгәндәр исемлегендә йөрөй. Хәмиҙәһендә был хаҡта танытмаһы ла бар.
Их, донъя! Бер-береңдең ҡәҙерен белеп, тиң йәшәүгә ни етә лә һуң!
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Венер Исхаҡов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/in-bit-lg-yne-63488/
Читайте нас: