+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар 2020, 19:05

Көрәшсенең яҡты иҫтәлегенә..

Хөсәйен ауылында милли көрәш буйынса спорт мастеры Дамир Әхиәр улы Булатовтың яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә асыҡ республика турниры үтте.

Дамир Булатов 1961 йылдың 24 ғинуарында тыуған. Сос, үткер малай мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ көрәш менән ҡыҙыҡһына башлай. Ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә күп тапҡыр еңеүҙәргә өлгәшә. Үҙе генә көрәшеп ҡалмай, ҡустылары Хәмит менән Сәғитте лә ошо спорт төрөнә йәлеп итә. Бер туған Булатовтар көрәш келәмендә дан ҡаҙана, спорт мастеры исемен яулай. Бөгөн Дамир Әхиәр улының юлын балалары, ейәндәре дауам итә. Аталары, олаталары хөрмәтенә республика кимәлендәге сараны үткәреү ҙә тап улы Динарҙың, ҡыҙҙары Регина һәм Рәйләнең һәм уларҙың ғаиләләренең инициативаһы була.
Төрлө яҡтан көрәшселәрҙе йыйған сара батырҙарҙың исеме онотолмауын йәнә бер раҫланы.
Читайте нас: