-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар 2020, 18:15

Ни өсөн быйыл датаны ҡыҫҡартып яҙырға ҡушмайҙар?

Социаль селтәрҙәрҙә быйыл һәр төрлө документтар тултырғанда йылды ҡыҫҡартып яҙмаҫҡа кәңәш итеүселәр бар. Бәғзе бер юристар ҙа был фекерҙе хуплай. Ни өсөнмө?

Ғәҙәттә, беҙ документтарҙа датаны ҡыҫҡа итеп, мәҫәлән, 31.12.19 тип яҙырға күнеккәнбеҙ. Ә 2020-не ҡыҫҡартып, “20” тип кенә яҙыу ике осло булыуы ихтимал икән, сөнки уны дауам итеп, теләгән һанды өҫтәргә була. Миҫал өсөн: 13.01.20 тип яҙһаҡ, уны 13.01.2024 тип үҙгәртеү һис тә ҡыйын түгел.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр булып тора. Мутлашыусылар, кеше иҫәбенә байырға маташыусылар ҙа етерлек. Шуға күрә һаҡ һәм уяу булайыҡ!
Читайте нас: