һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала йондоҙҙар бик һаҡ эш итергә ҡуша. Ниҙер ҡылыр алдынан ике түгел, өс мәртәбә уйлап алыуығыҙ хәйерле. Шулай уҡ яңылыш әйткән бер генә һүҙҙең дә араларҙы оҙаҡҡа боҙоуы ихтимал. Ҡайһы бер уй-маҡсатығыҙҙы кисектереп торорға ла тура килер, бәлки.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында үҙегеҙгә оҡшаған һәм яҡшы таныш булған эштәр менән булышығыҙ. Һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә лә форсат булыр. Бәғзеләр ниндәйҙер яңы һөнәргә өйрәнер, аҙаҡтан унан файҙа күрер. Йомала өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)