+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2020, 12:30

Ни өсөн Рәмил хаҡында бер ни белмәйбеҙ?

Рәмил Шәмсетдинов ни хәлдә? Бөгөн ул Мәскәүҙәме? Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов хаҡында ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр.

Үкенескә ҡаршы, уның хаҡында әлегә аныҡ ҡына бер нимә лә әйтеп булмай. Мәғлүм булыуынса, суд яҡлаусыларға ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт менән уртаҡлашыуҙы тыйғайны. Тап шуға ла әле һалдаттың адвокаттары прокуратуранан енәйәт эшенең асыҡ булыуын һорай. Был хаҡта Рәмилдең адвокаты Рауил Туғушев белдерә. Әле ул коллегаһы менән прокуратураға ялыу менән мөрәжәғәт иткән һәм ведомствонан яуап көтә. Ҡарар ғинуар аҙағында ҡабул ителер, тип көтөлә.
- Беҙ суд асыҡ булырға тейеш тигән ҡарашта. Уны ябыҡ итеү өсөн бер ниндәй нигеҙ юҡ, - ти адвокат.
Енәйәт эшенең асыҡ булмауы арҡаһында Шәмсетдиновтың адвокаттары уның барышы хаҡында бер нимә лә хәбәр итә алмай.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Автор: Венер Исхаҡов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ni-s-n-R-mil-ha-inda-ber-ni-belm-ybe-86850/
Читайте нас: