+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2020, 18:05

Туңдырылған емештән бәлеш бешереү серҙәре

Ҡышҡа еләк-емеште туңдырып ҡуйырға өйрәндек.

Булмаһа, һатып алыу ҙа проблема түгел хәҙер. Ә бына емештән бәлеш бешереүҙең бер нисә сере бар.
Беренсенән, бәлешкә һалыр алдынан туңдырылған еләкте иретмәгеҙ. Бәлешкә артыҡ шыйыҡса кәрәкмәй. Еләктәрҙе онда йәиһә крахмалда аунатып алығыҙ, юғиһә, улар бер-береһенә йәбешәсәк. Он артыҡ шыйыҡсаны ла үҙенә ала. Бешереү ваҡытын бер аҙ арттырығыҙ. Ҡамырға майҙы артығыраҡ һалһағыҙ ҙа һәйбәт буласаҡ. Ул еләктәрҙән ағып сыҡҡан һутты “йотасаҡ”.
Туңдырылған еләк-емеш менән асыҡ бәлештәр бешереү яҡшыраҡ. Улар матур ҙа буласаҡ, артыҡ һуттары ла парға әйләнәсәк.
Читайте нас: