+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар 2020, 15:00

Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙы ҡотҡаралар

Республиканың һыу ятҡылыҡтарында һалҡын осорҙа кислород етешмәгәнлектән тиҫтәләрсә мең балыҡ үлә. Уларҙы ҡотҡарыу өсөн ирекмәндәр урындағы идара органдары менән берлектә һыу ятҡылыҡтарында аэрация үткәрә.

Ауырғазы районында «Мәкеләр уябыҙ – балыҡ ҡотҡарабыҙ» тигән экологик акция үтте. Бында һыуҙы кислород менән байытыу өсөн 180 мәке уйғандар. Акцияла БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы советнигы Миҙхәт Хәсәнов, район хакимиәте һәм урындағы йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашҡан.
- Ҡышын ҡалын боҙ ҡатламы аҫтында балыҡтар тонсоға башлай. Бөтә тереклек үлә. Һыуға һауа үтеп инһен өсөн беҙ балыҡсылар бырауы менән һыу ятҡылыҡтарында мәкеләр уйҙыҡ. Бындай ҡышҡы һауа ванналары – балыҡтарға оло бүләк, - тине М. Хәсәнов.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: