+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2020, 12:10

“Таҙа һыу” проекты дәүләкәндәр өсөн үтә лә һөҙөмтәле

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары –торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев эш сәфәре менән Дәүләкән районында булды.

Вице-премьер инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡҡандан һуң, кәңәшмә үткәрҙе. Унда райондағы торлаҡ-коммуналь комплекс мәсьәләләре, 2019 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы, шулай уҡ Зауыҡлы биләмәләр йылы буйынса планлаштырылған саралар тикшерелде.
Кәңәшмәлә ведомство етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда былтыр Дәүләкәндә тәүлегенә 2112 кубометр һыу етештерегән станция, 167 метрлыҡ һыу үткәргес сафҡа индерелгән. Һөҙөмтәлә Дәүләкән ҡалаһындағы үҙәк һыу тәьминәте системаһына сифатлы эсәр һыу тапшырыла башлаған.

Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Ta-a-iu-proekti-d-l-k-nd-r-s-n-t-l---mt-le-89660/
Читайте нас: