+5 °С
Дождь
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
26 Января 2020, 11:00
Ап-аҡ донъя
Яратам аҡ донъяларҙы,Буран-ҡарҙар яуғанын:Саңғытаяҡ ҡанат була,Ҡайнап китә ал ҡаным.
Бар тарафты ҡарҙар күмә,
Сафлыҡ һибә донъяға,
Уй-хистәрҙе паклап, күктән
Өҙлөкһөҙ аҡ моң аға.
Ап-аҡ булды ер, офоҡтар,
Ап-аҡ туғай, тау башы...
Ҡара эштәр, ҡара көстәр
Йөрөй күрһен аҙашып!..
Сафуан Әлибай.
Читайте нас в