-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
28 Января 2020, 14:00

Блокада икмәгенең тәме...

Ғинуарҙың 17-нән 27-һенә тиклем беҙҙең районда Ленинград блокадаһын өҙөүҙең 76 йыллығына арналған «Блокада икмәге» тигән акция үтә.

27 ғинуар Рәсәйҙә Хәрби дан көнө тип иҫәпләнә. Был көндө 1941 йылдың сентябренән 1944 йылдың ғинуарына тиклем дауам иткән Ленинград блокадаһы тулыһынса өҙөлә. Ошо айҡанлы Ҡоръятмаҫ ауылы мәктәбендә лә 27 ғинуарҙа был датаға арналған саралар үтте. Ул көндө 9-сы класс етәксеһе Гөлнара Фәйзуллина «Блокада икмәгенең киҫәге» тигән тематик класс сәғәте үткәрҙе. Унда балаларға Ленинград халҡының 872 көн һәм төн дауамында блокада ҡулсаһын өҙөү өсөн батырҙарса көрәшеүе, дошманды юлбашсы исемен йөрөткән ҡалаға индермәүе тураһында һөйләне. Һуңынан мәктәп ашханаһында 9-сы класс уҡыусыһы Сәғәҙәткирәев Илсур уҡытыусылары Гөлнара Фәйзуллина ярҙамы менән блокада икмәге бешерҙе. 8-се, 9-сы класс уҡыусылары уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Бешеп сыҡҡас, икмәкте блокада ваҡытындағы норма менән һәр киҫәген 125-әр грамға бүлеп, балаларға таратып сыҡтылар. Улар блокада икмәгенең тәмен татып ҡараны.
Балаларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһы, патриотизм, халҡыбыҙҙың батырлығына хөрмәт тәрбиәләү, шулай уҡ данлыҡлы үткәнебеҙҙе онотмау маҡсатында ойошторолған был сара уҡыусылар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас в