Кәүҙә оҙонлоғо 13—20 см, массаһы 160 г тирәһе. Төҫө ҡышын һоро, йәйен көрәнһыу төҫмөрлө асыҡ‑һоро, ҡорһағы аҡ төҫтә. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро, күҙҙәре ҙур,
ҡара төҫтә. Ҡолағы ҡыҫҡа, суҡһыҙ. Алғы аяҡтары — 4, артҡылары 5 бармаҡлы, бөгөлгән осло тырнаҡлы; аяҡтары араһында йөн менән ҡапланған ҡабырға яҡ тире йыйырсаһы (осҡос яры) бар. Ҡойроғо йөнтәҫ, оҙонлоғо 14 см, һикергәндә руль ролен үтәй.