+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2020, 12:40

«Башҡортостан ҡоштары» республика интернет-конкурсы бара.

Ҡәҙерле балалар, һеҙҙең атай-әсәйҙәрегеҙ менән бергәләп матур-матур тағараҡтар эшләп, ҡоштарҙы ҡыуандырғанығыҙҙы беләбеҙ. Ә ниңә әле шул эштәрегеҙҙе бәйгегә ебәреп, үҙегеҙҙе һынап ҡарамаҫҡа?

Башҡортостанда унынсы тапҡыр «Башҡортостан ҡоштары» республика интернет-конкурсы үткәрелә.
Конкурс «Ҡоштар өсөн тағараҡ», «Сыйырсыҡ ояһы», «Башҡортостанда ҡышлаусы ҡош төрҙәре һүрәте», «Яҙын Башҡортостанда күренгән күсмә ҡош төрҙәре һүрәте», «Башҡортостандағы ҡышлаусы һәм күсмә ҡош төрҙәре буйынса һорауҙар» номинациялары буйынса ойошторола. Эштәр 7 февралгә тиклем ҡабул ителә. Һөҙөмтәләр 1 мартта иғлан ителәсәк. Бәйге ҡыҙыҡһындырһа, тулыраҡ мәғлүмәтте http://bash.birds-konkurs.ru/ сайтынан алырға мөмкин.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: