+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2020, 17:10

ЙОНДОҘНАМӘ (3 – 9 февраль)

Аҙна ни вәғәҙәләй?

ҠУҘЫ
Төрлө хәл-ваҡиғаларға бай аҙна. Ашығыс эштәрегеҙҙе тиҙ арала тамамларға тыры­шығыҙ. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, әммә яңы әйбер һатып алыуҙы ял көндәренә ҡалдырығыҙ.

БУҒА
Хыялдарығыҙҙы тормош­ҡа ашырыу өсөн бер аҙ са­бырлыҡ һәм уңыш талап ителә. Етәкселектең бер аҙ көйһөҙләнеп, дәғүә белдереүе ихтимал. Фекерегеҙҙе ҡыйыу яҡлағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Бөтә мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителер, яҡындарығыҙ менән араларығыҙ йылыныр. Аҡса йәһәтенән хәлегеҙ тотороҡланыр. Өҫтәмә эш тәҡдим итеүҙәре мөмкин – баш тартмағыҙ.

ҠЫҪАЛА
Һуңғы ваҡытта эштә мәшәҡәттәр күбәйеп киткән кеүек. Ҡайһы берәүҙәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башлар. Мөхәббәт өлкәһендә лә үҙгәрештәр көтөлә.

АРЫҪЛАН
Вазифа йәһәтенән үрләү мөмкинлеге тыуыр. Ял көндәрендә мәшәҡәттәр артып китер, ҡорған пландарығыҙға үҙгәреш индерергә тура килер, моғайын.

ҠЫҘ
Яңы тәҡдимдәр, киле­шеү­ҙәр булыр. Матди хәлегеҙ күҙ­гә күренеп яҡшырыр. Ҡайһы берәүҙәр үҙ эшен асырға ниәтләр. Ял көндәрендә ҡыуаныслы ваҡиғалар көтөлә.

ҮЛСӘҮ
Үҙенсәлекле идеялар ме­нән янырһығыҙ. Шулай ҙа ял тураһында ла онотмаһағыҙ ине. Матди хәлегеҙ яҡшы күренә. Яҡын­дарығыҙға артыҡ талапсан булмағыҙ.

САЯН
Ҡулығыҙҙан килмәгән эш булмаҫ. Абруйығыҙ артыр. Эргәгеҙҙә көнсөлдәр ҙә юҡ түгел. Хатта яҡындарығыҙ менән аралашыуҙарҙа ла һаҡ булырға, артыҡ һүҙ һөйләмәҫкә кәңәш ителә.

УҠСЫ
Артабанғы яҙмышығыҙға ҡағылышлы мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Ауыр саҡта дуҫтарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Яңы килем сығанағын табырһығыҙ.

ЫЛАҠ
Төрлө ваҡиғаларға, хатта мажараларға бай аҙна. Һө­нәри өлкәлә дан ҡаҙаныу мөмкинлеге бар. Эш урынында кемдер һеҙгә битараф түгел кеүек.

ҺЫУҒОЯР
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йоғонтоло кешеләр ярҙам итер. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр йылыныр. Ял көндәре сәйәхәт ҡылыу, күңел асыу өсөн ҡулай.

БАЛЫҠ
Ҡыҙыҡлы ла, бер аҙ көсөр­гәнешле лә осор көтөлә. Мө­һим килешеүҙәр, тәҡдимдәр булыр. Лотерея кибете эргәһенән үткәндә, даланды һынап ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: