-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2020, 10:25

Февраль – ша ҡ а й

«Их, ғинуар булһам, һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем» - тигән ти, был ай.

Бер йылытып, бер һыуытып торғандан, бөтә нәмәне шаҡырайтып туңдырғандан халыҡ уны элек ш а ҡ а й тип атаған.
Февралдә һыйырҙар быҙаулай, һарыҡтар бәрәсләй башлай. Тауыҡтар йомортҡа һалырға керешә. Ағастарҙа бөрөләр бүртә. Урман – ҡырҙарҙа төлкө, бүреләрҙең туйҙары башлана, улар был мәлдә ныҡ уҫаллана. Аҡландарҙа ҡуяндар уйнай. Ай аҙағында тәбиғәттә мөғжизәле күренеш – һ у й ы р у й н а у ы башлана. Мышылар мөгөҙҙәрен һала.
Һынамыштар
Февраль ныҡ буранлы булһа, август ямғырлы булып, ужым уңыр.
Ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, иген уңыр.
Бәҫ күп булһа, бал күп булыр
Февраль һалҡын һәм ҡоро торһа, август эҫе буласаҡ.
Читайте нас: