1 ҡап бүлмә температураһында йомшартылған аҡ майға 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, 300 грамм он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып, ҡамыр баҫырға. Уны табаға йәйеп һалып, йәймәнең ситтәрен күтәрергә һәм шыйыҡ эслекте һалырға.
Эслек өсөн 4 йомортҡаны 6 ҡалаҡ шәкәр менән күпертергә. Бер стакан 20 процентлы ҡала ҡаймағы, 2 ҡап эремсекле сырок, туңдырылған еләк-емеш һалырға. Ҡыҙыу мейестә 40 минут бешерергә. Ҡул аҫтында сырок булмағанда, эслек шыйыҡ килеп сыҡһа, бер ҡалаҡ он һалырға мөмкин.