+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2020, 16:00

Бабайсылыҡтың тағы бер ҡорбаны

Байкал аръяғы крайындағы часта бабайсылыҡтың тағы бер ҡорбаны асыҡланды.

Ул - Рәмил Шәмсетдинов хеҙмәттәштәрен атҡан ваҡытта яраланған 19 йәшлек Төмән егете Евгений Графов. Был мәғлүмәт Чита гарнизонының хәрби судында теркәлгән. Алдағы ике аҙнала бабайсылыҡ эше буйынса суд ултырышы буласаҡ. Был хаҡта Рәмил Шәмсетдиновтың адвокаты белдерә.

Яраланған һалдат әле Мәскәүҙә Бурденко медицина нейроүҙәгендә дауалана. Табиптар хәлен ауыр тип әйтмәһә лә, тотороҡло булыуын билдәләй.

“Беҙ частағы уставҡа хас булмаған мөнәсәбәттәр хаҡында бығаса белмәнек, әле ишетеп торабыҙ, - тигән егеттең әсәһе Ирина Графова. - Улым аңына килде, беҙҙе таныған кеүек тойола, минең тауышҡа иғтибар итә һәм йылмая...”

Фото: Фото: читатель 72.RU,
Автор: Венер Исхаҡов.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/100372
Читайте нас: