+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 14:05

4 февраль – Халыҡ-ара калуш көнө

Иң уңайлы аяҡ кейеме! Килешәһегеҙме?

Тарихы
Резина калуштар (галоштар) - уңайлы һәм оҙаҡҡа сыҙаусан аяҡ кейеме. Был «аяҡ кейеме өсөн чехолды» Лондонда һауа шарттары насар булыу сәбәпле йыш ауырыған инглиз кешеһе Рэдли уйлап тапҡан. Ул 1803 йылда каучук ағасы һуты һеңдерелгән туҡыманан эшләнгән аяҡ кейеменә патент алған. Ләкин улар оҙаҡҡа сыҙамаған – һалҡында ярылған, эҫе ваҡытта ирегән, етмәһә насар еҫле булған.
1824 йылдың 4 февралендә Бостонда Америка уйлап табыусыһы һәм бизнесмен Чарльз Гудьиру резина калуштар тәҡдим иткән. Был көн калуштарҙың тыуған көнөнә әйләнгән.
Ҡыҙыҡлы факттар
* Рәсәйҙә калуштар етештереүҙә «Ҡыҙыл өсмөйөш» резина фабрикаһы танылыу ала. Ул 1860 йылда Петербург ҡалаһында асыла.
* 1920 йылдарҙа калуштар моданың юғары нөктәһендә була.
* XX быуат башында альпинистар резина калуштарҙы ҡаялар буйлап хәрәкәт иткәндә файҙалана.
Читайте нас: