+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2020, 14:20

Рәмил Шәмсетдиновты нисә йылға хөкөм итерҙәр?

Һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов әле Мәскәүҙә Сербский исемендәге милли психиатрия һәм наркология медицина тикшеренеүҙәре үҙәгендә психиатрия экспертизаһы үтә.

Бындағы йәшәү шарттарын һәм туҡланыуҙы ыңғай баһалай ул. Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаһы Алексей Мельников «Бәйләнештә» аша ошо хаҡта хәбәр итә. Һалдат бер ниндәй ҙә мәжбүри баҫым булмауын әйтә. Психиатрик экспертиза һалдаттың был аҙымға аффект хәлендә барғанлығын раҫлаһа, уға хөкөм ваҡыты биш йылдан артыҡ булмаясаҡ.

«Һөйләшкән ваҡытта Рәмил тыныс булды, ҡарашын ситкә алды. Хәҙер уның менән палатала алты кеше. Үҙәктә режим СИЗО-лағы һымаҡ уҡ ныҡ ҡаты түгел”, - ти Мельников.

Мельников, психиатрия тикшереүе дүрт аҙна самаһы барыр, тип күҙаллай. Һуңынан егетте Мәскәүҙәге "Бутырка" төрмәһенә оҙатасаҡтар. Һуңынан Рәмилде йәнә Байкал аръяғы крайына алып китәсәктәр. Унда ул бабайсылыҡ эше буйына ҡаза күреүсе булараҡ судта ҡатнашасаҡ.

Фото: «Бәйләнештә».

Автор: Венер Исхаҡов.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/110595
Читайте нас: