+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2020, 19:30

Район гәзите: тарих һәм заман

«Асылыкүл» район гәзите үҙенең «Балҡантау» дубляж версияһы менән берлектә оҙон һәм данлы юл үткән. Быйыл ул 90 йыллығын билдәләй.Беҙҙең гәзит Дәүләкән районы барлыҡҡа килгән йылды донъя күрә башлай. 1930 йылдың ҡыш аҙағында Мәскәүҙәге партия ағзалары урындағы гәзит эшен ойоштороу өсөн районға бер төркөм журналистар ебәрә. Күсмә редакция менән бергә типография хеҙмәткәрҙәре лә килә. Мәскәү ҡалаһы пролетарийҙары гәзит баҫыу өсөн тулы комплект ҡорамалдар менән күсмә типография ла ебәрә. Баш ҡаланан килеүселәр гәзит сығара башлай, урындағы кадрҙарҙы ижади эшкә ылыҡтыра һәм уларҙы үҙҙәренең һөнәрҙәренә өйрәтә. «Победим» гәзитенең беренсе һаны 1930 йылдың 8 мартында сыға. Журналистар коллективын И. Антонов етәкләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, редакция буйынса бойороҡтар китабында мөхәррирҙәр тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, бары тик фамилиялары ғына яҙылған. Бөгөн беҙ И. Антоновтан һуң 12 йыл эсендә етәкселек иткән кешеләрҙең исемдәрен хөрмәт менән телгә алабыҙ. Улар - И.И. Лисков, А.И. Леонтьев, А. Комиссаренко, Я. Шульман.Ул замандар еңелдән булмай, етәкселәрҙе йыш алмаштырып торалар. Көнләшеү, ялыуҙар, гәзиттә ебәрелгән хаталар, сәйәси грамотаһыҙлыҡ һәм башҡалар эштән бушатыуға сәбәп булып тора.1932 йылдың ғинуарынан районда башҡорт телендә «Колхозсы» тигән гәзит сыға башлай. Уның тәүге мөхәррире Сабитов була, ә 1937 йылдан коллективты Т.М. Сәхибгәрәев етәкләй. 1941 йылдың сентябрендә уны фронтҡа алалар. «Колхозсы» гәзитенең мөхәррире итеп танылған яҙыусы Али Карнай тәғәйенләнә. Биш айҙан уны ла Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Фронтта Али Карнай Башҡорт кавалерия дивизияһы гәзитенең яуаплы мөхәррире була.1943 йылда яҙыусы, журналист, яугир тыуған илен яҡлап яу яланында ятып ҡала.Дәүләкән район гәзите хеҙмәткәрҙәре һуғыш ваҡытының бөтә ауырлығын ил менән бергәләп күтәрә, ас-яланғас булһалар ҙа халыҡҡа мәғлүмәт еткерәләр. Замана уларҙан ныҡлыҡ талап итә, иң мөһиме – журналистар үҙҙәренә яуаплы вазифа – ауыр ваҡытта халыҡтың рухын күтәрергә, районда йәшәүселәр араһында агитация һәм пропаганда эше алып барырға кәрәклеген бик яҡшы аңлай.Ҡалған йылдарҙа С. Ғафанов, Р. Суфиянов мөхәррир була. 1947 йылдан «Победим» гәзитен фронттан яраланып ҡайтҡан С.М. Халиҡов етәкләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс талап ителә. Хәбәрселәр тормошобоҙҙоң алғы һыҙығында була. Гәзит биттәрендә даими рәүештә иген баҫыуҙарынан, заводтарҙан, белем биреү усаҡтарынан, ауыл клубтарынан репортаждар бирелеп бара. Урындағы журналистарҙың оператив эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә район халҡы ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар була, илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошо хаҡында мәғлүмәтте ваҡытында ала бара.1950 йыл – гәзит тарихында иҫтәлекле йыл. Рус телендә тәүге гәзит сыҡҡандан һуң 20 йыл үткәс, атап әйткәндә, 1950 йылдың 15 декабрендә, айырым булған ике редакция берләштерелә. «Победим» - «Еңербеҙ» район гәзите редакцияһы коллективын С.М. Халиҡов етәкләй. 1954 йылдың мартында Г.Ш. Рауилова мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Быға тиклем ул ун йылдан ашыу гәзиттә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән була. Шул уҡ йылдың октябрендә «районка» «Ленинское знамя» - «Ленин байрағы» тип үҙгәртелә.Район гәзиттәрен берләштереү сәбәпле, БАССР Мәҙәниәт министрлығының полиграфиздат бүлеге бойороғона ярашлы, һигеҙ йылдан һуң, 1962 йылдың майында, Дәүләкән район гәзите бөтөрөлә. Өс йыл дауамында Раевка ҡасабаһында Әлшәй һәм Дәүләкән райондарының берләштерелгән гәзите сығарыла.1965 йылдың мартында беҙҙең районда «Знамя» - «Байраҡ» тигән исем менән йәнә айырым гәзит сыға башлай. Ике йыл уға Х.М. Әхмәтйәнов етәкселек итә. 1967 йылдың июленән биш йыл дауамында А.А. Балобнов мөхәррир вазифаһын үтәй. Артабанғы алты йылда гәзит (1972-1978 йылдар) Т.Б. Резяпов етәкселегендә баҫыла.Гәзит тарихында оҙаҡ йылдар мөхәррир вазифаһын журналистика ветераны М.Н. Мөхәмәҙиев үтәй. Уның был вазифала стажы – 17 йыл. 1995 йылға тиклем гәзитте ул етәкләй. Үҙенең остазынан эстафетаны оҙаҡ йылдар урындағы радиола мөхәррир, «Байраҡ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән Ғ.Н. Ильясова ҡабул итә. Ул коллективты 12 йыл дауамында етәкләй. Был ваҡыт эсендә редакцияла етди үҙгәрештәр була. 1999 йылдың ноябрендә гәзитте компьютерҙа йыйыуға һәм версткалауға күсәләр. Шулай итеп, элек тулыһынса полиграфистар эше һаналған гәзиттең оригинал-макетын әҙерләүҙе редакция хеҙмәткәрҙәре башҡара. Типография эшселәренең бурысы булып тик гәзитте баҫыу ғына ҡала. 2007 йылдың 1 ғинуарынан район гәзите «Асылыкүл» - «Балҡантау» тигән исем аҫтында нәшер ителә башлай. Уның исемен үҙгәртеү республиканың Полиграфия һәм баҫма эштәр буйынса идаралығы тәҡдименә ярашлы, Рәсәйҙең мәғлүмәти киңлектәрендә тәртип булдырыу һәм гәзит исемдәрендә ҡабатланыуҙар булдырмау маҡсатында тормошҡа ашырыла.2007 йылдың июлендә гәзиттең мөхәррире итеп И.Й. Аҡҡолов тәғәйенләнә. Ул коллектив эшмәкәрлеген артабан да модернизациялау һәм үҙгәртеп ҡороу буйынса эштәрҙе дауам итә.2009 йылдың ғинуарынан гәзит «1-се һанлы Өфө типографияһы» БР дәүләт унитар предприятиеһында баҫыла башлай. Дәүләкән полиграфистарының эш фронты күпкә кәмей. Шул айҡанлы штат ҡыҫҡартыла. Район халҡы өсөн был отошло була, сөнки гәзит төҫлө итеп сыға. Сағыу фотоһүрәттәр, мәҡәләләрҙең зауыҡлы исемдәре һәм рубрикалар, заставкалар һәм биҙәлеш элементтары уны тағы ла күркәмерәк, уҡыу өсөн уңайлыраҡ итә. 2009 йылдың авгусында Дәүләкән журналистары һәм полиграфистары тормошонда мөһим ваҡиға була. Ике татыу, күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек иткән, әммә һәр яҡлап айырылып торған редакция һәм типография коллективтары «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы БР дәүләт унитар предприятиеһына берләшә. Уны етәксеһе итеп И.Й. Аҡҡолов тәғәйенләнә. Бер нисә ай үткәс, 2010 йылдың ғинуарында, гәзитселәр арендаға алынған бинанан алыҫ 1930 йылда Дәүләкән сауҙагәрҙәре мөлкәте булған һәм күсмә типография менән берлектә Мәскәү гәзитселәре эштәрен башлаған тарихи биналарына әйләнеп ҡайта. Ваҡыт, техник үҫеш беҙҙең тормошта күп нәмәләрҙе үҙгәртте. Элекке типография эшен заманса компьтер техникаһын ҡулланып редакция коллективы башҡара. «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы БР дәүләт унитар предприятиеһы полиграфистары юғары сифатлы продукция: открыткалар, саҡырыу билеттары, буклеттар, брошюралар, китаптар, бүләкләү ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары һәм башҡа бик күп нәмәләр етештерә. 2015 йылдың апрелендә «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы БР дәүләт унитар предприятиеһын үҙгәртеп ҡороуҙар сәбәпле, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто БР дәүләт унитар предприятиеһына ҡушыла һәм Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге тип атала башлай. Һуңыраҡ типография эшен туҡтатырға ҡарар ҡабул ителә. Тормош бер урында ғына тормай. Районда булған ваҡиғалар гәзит биттәрендә генә түгел, шулай уҡ баҫманың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә лә сағылыш таба.Редакция хеҙмәткәрҙәре һөнәри йолаларын дауам итеп, һәр саҡ ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға, районда ғына түгел, ә республикала, илдә, тотош донъяла булған хәлдәр тураһында гәзит биттәрендә хәбәр итергә тырыша. Уҡыусыларыбыҙ тормошҡа ҡағылышлы төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр алһын өсөн район гәзите редакцияһының татыу коллективы көн һайын тырышып эшләй. Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең коллегалары, хеҙмәт ветерандары, урындағы баҫманы үҫтереү өсөн төрлө йылдарҙа үҙ өлөшөн индереүселәр менән ғорурлана. Коллективта ҙур рәхмәт һәм ихтирам менән гәзиттең барлыҡ мөхәррирҙәрен дә иҫкә алалар, бөгөнгө хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри сифаттарын юғары баһалайҙар. Улар араһында - Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре Татьяна Михайловна Бусарева һәм Вера Владимировна Пахомова, предприятие ветерандары араһында – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дмитрий Владимирович Макиша һәм коллективта бер нисә тиҫтә йылдар эшләүсе С.Ш. Тәүлийәрова, Р.Ш. Зинурова, Л.Г. Башлыкова, С.А. Печаткин, Ф.В. Миранова, Л.А. Солтанова, В.И. Кузнецова, М.З. Зангурова, К.М. Мөхәрәмова, В.М. Төхвәтуллина.Редакция коллективында ун йылға яҡын уңышлы эшләгән Татьяна Анатольевна Сәғәҙиева ярты йыл элек Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге директоры һәм район гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде. Тормош алға бара, ветерандарҙы уларҙың эшен лайыҡлы дауам итеүсе йәштәр алмаштыра. «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзите элеккесә дәүләкәндәрҙә һорау менән файҙалана, уны ауылда ла, ҡалала ла уҡыйҙар. Төрлө быуын вәкилдәре район гәзитенең баҫма биттәренән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр таба ала. Уның сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙәге һәр кем кереп уҡый алырлыҡ яңылыҡтары гәзиттә баҫылған мәҡәләләргә яҡшы өҫтәмә булып тора.Вера Пахомова.

«Асылыкүл» район гәзите үҙенең «Балҡантау» дубляж версияһы менән берлектә оҙон һәм данлы юл үткән. Быйыл ул 90 йыллығын билдәләй.
Беҙҙең гәзит Дәүләкән районы барлыҡҡа килгән йылды донъя күрә башлай. 1930 йылдың ҡыш аҙағында Мәскәүҙәге партия ағзалары урындағы гәзит эшен ойоштороу өсөн районға бер төркөм журналистар ебәрә. Күсмә редакция менән бергә типография хеҙмәткәрҙәре лә килә. Мәскәү ҡалаһы пролетарийҙары гәзит баҫыу өсөн тулы комплект ҡорамалдар менән күсмә типография ла ебәрә. Баш ҡаланан килеүселәр гәзит сығара башлай, урындағы кадрҙарҙы ижади эшкә ылыҡтыра һәм уларҙы үҙҙәренең һөнәрҙәренә өйрәтә.
«Победим» гәзитенең беренсе һаны 1930 йылдың 8 мартында сыға. Журналистар коллективын И. Антонов етәкләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, редакция буйынса бойороҡтар китабында мөхәррирҙәр тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, бары тик фамилиялары ғына яҙылған. Бөгөн беҙ И. Антоновтан һуң 12 йыл эсендә етәкселек иткән кешеләрҙең исемдәрен хөрмәт менән телгә алабыҙ. Улар - И.И. Лисков, А.И. Леонтьев, А. Комиссаренко, Я. Шульман.
Ул замандар еңелдән булмай, етәкселәрҙе йыш алмаштырып торалар. Көнләшеү, ялыуҙар, гәзиттә ебәрелгән хаталар, сәйәси грамотаһыҙлыҡ һәм башҡалар эштән бушатыуға сәбәп булып тора.
1932 йылдың ғинуарынан районда башҡорт телендә «Колхозсы» тигән гәзит сыға башлай. Уның тәүге мөхәррире Сабитов була, ә 1937 йылдан коллективты Т.М. Сәхибгәрәев етәкләй. 1941 йылдың сентябрендә уны фронтҡа алалар. «Колхозсы» гәзитенең мөхәррире итеп танылған яҙыусы Али Карнай тәғәйенләнә. Биш айҙан уны ла Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Фронтта Али Карнай Башҡорт кавалерия дивизияһы гәзитенең яуаплы мөхәррире була.
1943 йылда яҙыусы, журналист, яугир тыуған илен яҡлап яу яланында ятып ҡала.
Дәүләкән район гәзите хеҙмәткәрҙәре һуғыш ваҡытының бөтә ауырлығын
ил менән бергәләп күтәрә, ас-яланғас булһалар ҙа халыҡҡа мәғлүмәт еткерәләр. Замана уларҙан ныҡлыҡ талап итә, иң мөһиме – журналистар үҙҙәренә яуаплы вазифа – ауыр ваҡытта халыҡтың рухын күтәрергә, районда йәшәүселәр араһында агитация һәм пропаганда эше алып барырға кәрәклеген бик яҡшы аңлай.
Ҡалған йылдарҙа С. Ғафанов, Р. Суфиянов мөхәррир була. 1947 йылдан «Победим» гәзитен фронттан яраланып ҡайтҡан С.М. Халиҡов етәкләй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс талап ителә. Хәбәрселәр тормошобоҙҙоң алғы һыҙығында була. Гәзит биттәрендә даими рәүештә иген баҫыуҙарынан, заводтарҙан, белем биреү усаҡтарынан, ауыл клубтарынан репортаждар бирелеп бара. Урындағы журналистарҙың оператив эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә район халҡы ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар була, илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошо хаҡында мәғлүмәтте ваҡытында ала бара.
1950 йыл – гәзит тарихында иҫтәлекле йыл. Рус телендә тәүге гәзит сыҡҡандан һуң 20 йыл үткәс, атап әйткәндә, 1950 йылдың 15 декабрендә, айырым булған ике редакция берләштерелә. «Победим» - «Еңербеҙ»
район гәзите редакцияһы коллективын С.М. Халиҡов етәкләй. 1954 йылдың мартында Г.Ш. Рауилова мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Быға тиклем ул ун йылдан ашыу гәзиттә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән була. Шул уҡ йылдың октябрендә «районка» «Ленинское знамя» - «Ленин байрағы»
тип үҙгәртелә.
Район гәзиттәрен берләштереү сәбәпле, БАССР Мәҙәниәт министрлығының полиграфиздат бүлеге бойороғона ярашлы, һигеҙ йылдан һуң, 1962 йылдың майында, Дәүләкән район гәзите бөтөрөлә. Өс йыл дауамында Раевка ҡасабаһында Әлшәй һәм Дәүләкән райондарының берләштерелгән гәзите сығарыла.
1965 йылдың мартында беҙҙең районда «Знамя» - «Байраҡ»
тигән исем менән йәнә айырым гәзит сыға башлай. Ике йыл уға Х.М. Әхмәтйәнов етәкселек итә. 1967 йылдың июленән биш йыл дауамында А.А. Балобнов мөхәррир вазифаһын үтәй. Артабанғы алты йылда гәзит (1972-1978 йылдар) Т.Б. Резяпов етәкселегендә баҫыла.
Гәзит тарихында оҙаҡ йылдар мөхәррир вазифаһын журналистика ветераны М.Н. Мөхәмәҙиев үтәй. Уның был вазифала стажы – 17 йыл. 1995 йылға тиклем гәзитте ул етәкләй. Үҙенең остазынан эстафетаны оҙаҡ йылдар урындағы радиола мөхәррир, «Байраҡ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән Ғ.Н. Ильясова ҡабул итә. Ул коллективты 12 йыл дауамында етәкләй. Был ваҡыт эсендә редакцияла етди үҙгәрештәр була. 1999 йылдың ноябрендә гәзитте компьютерҙа йыйыуға һәм версткалауға күсәләр. Шулай итеп, элек тулыһынса полиграфистар эше һаналған гәзиттең оригинал-макетын әҙерләүҙе редакция хеҙмәткәрҙәре башҡара. Типография эшселәренең бурысы булып тик гәзитте баҫыу ғына ҡала. 2007 йылдың 1 ғинуарынан район гәзите «Асылыкүл» - «Балҡантау» тигән исем аҫтында нәшер ителә башлай. Уның исемен үҙгәртеү республиканың Полиграфия һәм баҫма эштәр буйынса идаралығы тәҡдименә ярашлы, Рәсәйҙең мәғлүмәти киңлектәрендә тәртип булдырыу һәм гәзит исемдәрендә ҡабатланыуҙар булдырмау маҡсатында тормошҡа ашырыла.
2007 йылдың июлендә гәзиттең мөхәррире итеп И.Й. Аҡҡолов тәғәйенләнә. Ул коллектив эшмәкәрлеген артабан да модернизациялау һәм үҙгәртеп ҡороу буйынса эштәрҙе дауам итә.
2009 йылдың ғинуарынан гәзит «1-се һанлы Өфө типографияһы» БР дәүләт унитар предприятиеһында баҫыла башлай. Дәүләкән полиграфистарының эш фронты күпкә кәмей. Шул айҡанлы штат ҡыҫҡартыла. Район халҡы өсөн был отошло була, сөнки гәзит төҫлө итеп сыға. Сағыу фотоһүрәттәр, мәҡәләләрҙең зауыҡлы исемдәре һәм рубрикалар, заставкалар һәм биҙәлеш элементтары уны тағы ла күркәмерәк, уҡыу өсөн уңайлыраҡ итә. 2009 йылдың авгусында Дәүләкән журналистары һәм полиграфистары тормошонда мөһим ваҡиға була. Ике татыу, күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек иткән, әммә һәр яҡлап айырылып торған редакция һәм типография коллективтары «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы БР дәүләт унитар предприятиеһына берләшә. Уны етәксеһе итеп И.Й. Аҡҡолов тәғәйенләнә. Бер нисә ай үткәс, 2010 йылдың ғинуарында, гәзитселәр арендаға алынған бинанан алыҫ 1930 йылда Дәүләкән сауҙагәрҙәре мөлкәте булған һәм күсмә типография менән берлектә Мәскәү гәзитселәре эштәрен башлаған тарихи биналарына әйләнеп ҡайта. Ваҡыт, техник үҫеш беҙҙең тормошта күп нәмәләрҙе үҙгәртте. Элекке типография эшен заманса компьтер техникаһын ҡулланып редакция коллективы башҡара. «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы БР дәүләт унитар предприятиеһы полиграфистары юғары сифатлы продукция: открыткалар, саҡырыу билеттары, буклеттар, брошюралар, китаптар, бүләкләү ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары һәм башҡа бик күп нәмәләр етештерә. 2015 йылдың апрелендә «Асылыкүл» редакция-нәшриәт комплексы БР дәүләт унитар предприятиеһын үҙгәртеп ҡороуҙар сәбәпле, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто БР дәүләт унитар предприятиеһына ҡушыла һәм Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге тип атала башлай. Һуңыраҡ типография эшен туҡтатырға ҡарар ҡабул ителә. Тормош бер урында ғына тормай. Районда булған ваҡиғалар гәзит биттәрендә генә түгел, шулай уҡ баҫманың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә лә сағылыш таба.
Редакция хеҙмәткәрҙәре һөнәри йолаларын дауам итеп, һәр саҡ ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға, районда ғына түгел, ә республикала, илдә, тотош донъяла булған хәлдәр тураһында гәзит биттәрендә хәбәр итергә тырыша. Уҡыусыларыбыҙ тормошҡа ҡағылышлы төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр алһын өсөн район гәзите редакцияһының татыу коллективы көн һайын тырышып эшләй. Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең коллегалары, хеҙмәт ветерандары, урындағы баҫманы үҫтереү өсөн төрлө йылдарҙа үҙ өлөшөн индереүселәр менән ғорурлана. Коллективта ҙур рәхмәт һәм ихтирам менән гәзиттең барлыҡ мөхәррирҙәрен дә иҫкә алалар, бөгөнгө хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри сифаттарын юғары баһалайҙар. Улар араһында - Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре Татьяна Михайловна Бусарева һәм Вера Владимировна Пахомова, предприятие ветерандары араһында – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дмитрий Владимирович Макиша һәм коллективта бер нисә тиҫтә йылдар эшләүсе С.Ш. Тәүлийәрова, Р.Ш. Зинурова, Л.Г. Башлыкова, С.А. Печаткин, Ф.В. Миранова, Л.А. Солтанова, В.И. Кузнецова, М.З. Зангурова, К.М. Мөхәрәмова, В.М. Төхвәтуллина.
Редакция коллективында ун йылға яҡын уңышлы эшләгән Татьяна Анатольевна Сәғәҙиева ярты йыл элек Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге директоры һәм район гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде. Тормош алға бара, ветерандарҙы уларҙың эшен лайыҡлы дауам итеүсе йәштәр алмаштыра. «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзите элеккесә дәүләкәндәрҙә һорау менән файҙалана, уны ауылда ла, ҡалала ла уҡыйҙар. Төрлө быуын вәкилдәре район гәзитенең баҫма биттәренән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр таба ала. Уның сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙәге һәр кем кереп уҡый алырлыҡ яңылыҡтары гәзиттә баҫылған мәҡәләләргә яҡшы өҫтәмә булып тора.
Вера Пахомова.
Читайте нас: