-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2020, 15:15

Бурыс (хикәйә)

-Бер йыл көттөм, тағы күпме көтәйем. Йәлләр тип уйлама ла. Ике балаң етмәгәнме, нимә уйлап ауырға ҡалдың, аңра һа­рыҡ! Нечево нищету плодить! – ярайһы тупаҫ әйтте Вәзих, йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты. Ситтә генә торған сынаяҡ төшөп селпәрәмә килде. Шул мәлдә бар донъяһы онталған, аҫты өҫкә килеп түңкәрелгәндәй булды ауырлы ҡатындың...

Инсаф исеменә есеме тура килгән иҫ киткес итәғәтле, ипле ир. Дуҫтары, туғандары өсөн йәнен бирергә лә әҙер булды. Ҡатынын, балаларын өҙөлөп яратты. Йәре Гөлназға тауыш күтәреү түгел, яңылыш ҡына ла насар һүҙ әйтмәне шикелле ул.
Ир менән ҡатын матур донъя ҡороп, татыу йәшәне. Һөйөү емештәре булып, бер-бер артлы ике улы тыуҙы. Гөлназдың мәрхүмә өләсәһенән ҡалған иҫке өйҙө һүтеп, кирбестән яңы йорт һала башланылар. Инсаф ике ҡатлы күркәм йорт хаҡында хыялланды, хыялын тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ тырышырға, тир түгергә тура килде. Икенсе улына бирелгән «әсәлек капитал»ы ғына етмәне, кредитҡа аҡса алдылар. Уңған- тырыш булды Инсаф, үҙен һис йәлләмәне, ял көндәрендә ял да итмәй Өфө менән район араһында таксист булып пассажир­ҙар ташыны. Башҡаларға ҡарағанда арзаныраҡ алғас, уның клиенттары ла етерлек булды. Хәленән килгәнсә тырышты шулай.
Ҡулдан булһа ла иномарка алып ебәр­ҙеләр, кредит өҫтөнән кредит алмаҫ өсөн бер туған Вәзих ағаһынан бурысҡа аҡса алып торҙо.
Бер ҡарында ятып бер әсәнән туғандар тимәҫһең уларҙы, холоҡ-фиғеле менән икеһе ике төрлө: Вәзих үҙ һүҙле, ҡомһоҙ ғына. Нимә эшләһә лә үҙ файҙаһын ғына ҡарай.
– Бурысҡа бирермен дә ул, тик проценттары менән ҡайтарырһың. Риза булмаһаң, башҡаларҙан һора.
Риза булды Инсаф, кәрәкле ҡағыҙы яҙылып, ҡулына илле меңде алды. Бер йылдан илле биш итеп ҡайтарырға тейеш ине ул.
Ун ай үтеп, ҡырҡ мең бурысын ҡайтарғайны ағаһына. Барыһы ла һәйбәт кенә барҙы. Ғаилә яңы өйгә лә күсте. Өр-яңы йыһаз яҡты, иркен бүлмәләрҙә урын алды. Өй туйлап шатланып йәшәргә лә йәшәргә лә бит...
Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, бәлә һәр саҡ уйламағанда-көтмәгәндә килә.
Иртәнән эшкә киткән Инсаф үҙен насар тойҙо. Башы ауыртып күҙ алдары ҡараңғыланып торһа ла әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышты. Яҡты өмөттәр менән янып йөрөп, һаулығын уйларға ла ваҡыты ҡалмағандыр инде.
Барыһы ла бик тиҙ булды. Инсафты иҫтән яҙған килеш таптылар. Ошо сүрәттә күпме ятҡандыр, реанимацияға килтергәндә аңына килмәгәйне. Инсульт булған, бер аҙнанан яҡты донъянан китте. Утыҙ алты йәшлек кенә ирҙе оҙайлы йоҡоһонан уята алманылар. Ете һәм биш йәшлек улдары менән Гөлназ тол ҡалды. Ҡатыны йөрәге аҫтында тағы ла бер йән эйәһен йөрөткәнен ир белмәй китте.
Инсафты һуңғы юлға оҙатыу төш һымаҡ булды кеүек. Уяныр ҙа һөйгәне һап-һау килеш килеп инер, улар элеккесә йәшәп китер... Тик көн артынан көн үтте. Уға күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡараған балаҡайҙары хаҡына йәшәргә көс табырға, ауыр ҡайғыға бирешмәҫкә кәрәк.
Инсафтың дуҫтары Азамат менән Рамазан ҡатынға хәлдәренән килгәнсә ярҙам итте. Әхирәттәре көн һайын тигәндәй килеп йөрөнө.
Ире үлеп уға бер ай үткәс, ҡайнағаһы Вәзих килде, Инсафты ерләгәндән бирле осрашҡандары юҡ ине. Нескә биле ярайһы уҡ тулыланған килендең, сырайы ла үҙгәреп киткән.
– Ни хәл, Гөлназ?
– Хәлдәрем шәптән түгел, күреп тораһың.
– Миңә бурыслы китте ирең, ҡасан түләргә уйлайһың?
– Ҡырҡын үткәргәс түләйем, аҙ ғына көт инде.
– Бер йыл көттөм, тағы күпме көтәйем. Йәлләр тип уйлама ла. Ике балаң етмәгәнме, нимә уйлап ауырға ҡалдың, аңра һа­рыҡ! Нечево нищету плодить! – ярайһы тупаҫ әйтте Вәзих, йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты. Ситтә генә торған сынаяҡ төшөп селпәрәмә килде. Шул мәлдә бар донъяһы онталған, аҫты өҫкә килеп түңкәрелгәндәй булды ауырлы ҡатындың...
– Бурысыңды түлә, давай, теләһә ҡайҙан табып бир! – Вәзихтең былай ҙа йәмһеҙ бите ҡурҡыныс йәмрәйҙе, күҙҙәренә ҡан һауған йыртҡысты хәтерләтте. Әйтерһең дә, ҡорбанына ташланып, уны ботарлап таш­лар­ға йыйынған, ҡанға һыуһаған януар. “Эсенә типһәм шәп булыр, балаһы дөмөгөр ине был бисәнең...” – тип уйланы ир, түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыуҙан ыңғырашып тулаған киленен күҙ алдына килтереп. – Ярай, йәшә, көсөктәреңде ҡара”.
Гөлназ күршеләренә йүгерҙе, илап ингән ҡатынды йәлләп, улары ун мең биреп сығарҙы.
– Проценттары ҡайҙа?
– Башҡа бер тин дә бирә алмайым.
– Ярай, мин үҙемсә эшләйем – ярһыған ир кухняға атылып инде, бер нисә ай элек кенә алынған өр-яңы газ плитаһы күҙенә сағылды. Шуны һүтеп багажнигына сығар­ҙы, ишекте шапылдатып ябып китте.
Гөлназ әрнеп-рәнйеп үкһене генә, бахыр­ҡайҙың күҙ йәштәре йылға булып аҡты. Ҡайнағаһының ҡомһоҙлоғона иҫе киткәйне уның, нимә-нимә, иренең бер ҡарында ятып бер имсәкте һурған туғандан-туған ағаһынан бындайҙы көтмәгәйне. Йөрәк аҫтындағы сабыйы ярһып тыпырсынды, әсәнең борсолоуы уға күскәйне. Күршеһе Сәүилә ингәндә илап хәле бөткән ҡатын диванда ята, эргәһендә Азат менән Иршат әсәләрен үҙҙәренсә йыуатып маташа.
– Бирешмә, Гөлназ, Вәзих һине рәнйетте, үҙе лә күрер әле.
– Эй, апайым, һин әйтәһең дә ул, ҡайғылар­ҙы күберәк мин күрәм...
– Матурым минең, өсөнсө сабыйың тыуырға тора, алла бирһә, иҫән-һау булыр ул. Ә Вәзихтең балаһы юҡ, ҡатыны менән күпме дауаланып маташтылар, ярҙам итмәне, хәҙер суд аша мөлкәттәрен бүлешеп, айырылышып йөрөйҙәр. Егерме йыл йәшәгәндән һуң бит, егерме йылдан һуң… Спирт һатып күпме кешене илаттылар, донъяларының бәрәкәте китте. Миләүшә килендәшең йәш ҡыҙҙар кеүек кенә. Күҙе-башы уйнап, дәрте ташып тора, всяк һөйәре бар уның. Түлһеҙ Вәзих уға булған үсен һиңә төшөргән була.
– Уның ҡайғыһы ҡайғымы ни, мин күргәнде күрһә, нимә эшләр ине икән?! Ҡәбәхәт ул, ҡанэскес йыртҡыс!
– Минең әйткәнем дөрөҫ була, берәй ваҡыт ул ғәфү итеүеңде һорап килер ул.
– Ҡайҙан беләһең барыһын да, апай?
– Күпте белгән тиҙ ҡартайыр, тиҙәрме әле. Тыныслан, борсолмаҫҡа тырыш. Яҡшы кешеләр ҙә етерлек, Вәзихкә иғтибар итмә. Ирең өсөн дә йәшәргә, балаларыңды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Үҙеңде һаҡла!
Донъяла яуыздар булған кеүек, яҡшы, изге күңеллеләр ҙә етерлек. Ҡайһы саҡта бөтөнләй уйламаған, көтмәгән яҡтарҙан ярҙам килергә мөмкин.
Август айының һуңғы сыуаҡ көндәренең береһе ине. Һауала алма еҫе, өй янындағы миләш ағасының ҡыҙарып бешкән тәлгәштәре балҡый. Аҙыраҡ тынысланған ҡатын ҡоймаҡ ҡоя. Өй эсенә яңы ғына бешкән алма бәлешенең әскелтем хуш еҫе таралған.
Ҡапҡа төбөнә “Тойота” туҡтаны, унан затлы костюм кейгән ҡара күҙлекле таныш булмаған ир төштө. Кем һуң ул, ниндәй хәбәр менән килә уларға?! Етеҙ атлап өйгә инде ул.
– Һаумыһығыҙ, Гөлназ! Минән ҡурҡмағыҙ, яҡшы хәбәр менән килдем мин, – көтөлмәгән ҡунаҡ рус телендә өндәште.
– Кем һеҙ, исемемде ҡайҙан белдегеҙ?
– Мин Руслан. Инсаф яҡын дуҫым ине, ерләшергә генә килә алманым, шулай ҙа хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә теләйем. Зинһар өсөн, риза булып ҡабул итегеҙ, – Руслан өҫтәлгә ҡалын пакет һалды.
Күҙенә йәш эркелгән ҡатын аяҡтарының хәле бөткәнен тойҙо. Шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәне. Яңыраҡ ҡына иренең туғаны аҡса таптырып янъял күтәргәйне, бөгөн килеп ете ят ир ярҙам тәҡдим итеп маташа. Ышанырғамы, юҡмы?
– Ярҙам итергә теләүегеҙгә ҙур рәхмәт, тик мин ала алмайым. Бурысым булып торор бит, нисек кенә түләрмен. – Ҡатын үкһеп илай башланы, һулҡылдап бөттө.
– Тыныслан, килен. Мин ихлас ярҙам итәм бит, Инсафты туғанымдай яҡын күрҙем. Изгелек эшләргә теләйем, кире ҡайтарырға кәрәкмәй, заманында ул да миңә ярҙам итте, хатта аварияға осрағанымда ҡанын биреп, мине ҡотҡарҙы. Ғүмерем буйы уға бурыслымын, – шундай ихлас әйтте Руслан, ҡатындың ҡулына һаҡ ҡына ҡағылды. Шундай яҡын күреп һәм шул ваҡытта ихтирам менән әйтте, әйтерһең, бер туған ҡустыһының ҡатынына өндәшә.
– Сәй эсеп китер инегеҙ.
Ҡунаҡ хужабикәнең тәҡдимен кире ҡаҡманы, иҫ киткес тәмле бәлеш, ҡоймаҡтарҙы маҡтай-маҡтай сәй эсеп китеп барҙы.
Пакетта һумлыҡтар ғына түгел, евро-долларҙар ҙа байтаҡ ине. Был аҡсаға бурыстарын ҡаплау, яңы плита алыу ғына түгел, бер нисә йыл иркен йәшәргә мөмкин бит. Ҡатын тағы ла бер илап алды, быныһы инде шатлыҡ йәштәре ине. Эйе, Гөлназ, һинең аҡ менән ҡара көндәрең алмашлап килә, ауыр ҡайғыңды көтөлмәгән бәхет алмаштыра, тик ҡыуанғанда, ҡайғырғанда ни эшләптер берҙәй илайһың, һиндәй үтә нескә һәм саф күңеллеләр генә барыһын да йөрәгенә яҡын алалыр ул...
Вәзих ҡустыһының ҡырҡына килеп тә торманы, Инсафтың ғаиләһе менән араларын бөтөнләй өҙҙө, буғай. Килене менән ҡатыны Миләүшәгә генә түгел, барлыҡ ҡатын-ҡыҙ затына үсле ине ул. Тегеһе күпкә йәшерәк иргә сығып ҡына ҡалмаған, балалар йортонан тәрбиәгә малай ҙа алғандар.
Вәзих үҙен япа-яңғыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойҙо, бар донъяға үсле ине ташланған ир.
Руслан дуҫының ғаиләһен онотманы, ҡатыны Фатима менән йыш килде. Яңы тыуған ҡыҙ балаға ла Мәликә исемен улар тәҡдим итте. Яҡын туғандар кеүек татыу булды ике ғаилә, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-береһенә терәктәр. Фатима менән Гөлназ серҙәш әхирәттәргә әйләнде.
Мәликәгә өс йәш тулған көндө килде Вәзих. Ҡулына пакет тотҡан булған, үҙенең ҡиәфәте бик йонсоу, кейеме таушалған. Элекке эрелеге юҡҡа сыҡҡан, өтәләнгән, кикреге шиңгән әтәсте хәтерләтте ул.
– Ғәфү ит, килен. Мин япа-яңғыҙ ҡалдым бит, туғанымдың балаларын һағындым. Күрергә рөхсәт ит инде, зинһар… – Ир Гөлназ алдында теҙләнде, күптән ҡырылмаған бите буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне...

Римма ӘХМӘТЙӘНОВА.
Фото интернеттан алынды.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/112668
Читайте нас: