+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2020, 16:00

Ғәрлеге ни тора!

– Әсәй, мин кейәүгә сығам!

Көндәрҙең береһендә ҡыҙы Әлимә шулай тип әйткәс, Гөлсара ханым бер талай һүҙһеҙ ҡалды. Әле кинйәбикәһенә 20 йәш кенә. Педагогия колледжын яңы ғына тамамланы бит. Артабан институтҡа инеүен теләй ине.
Икенсенән, әле иртәрәк тә. Ана үҙе 24 йәштә тормошҡа сыҡһа ла, барыһына ла өлгөрҙө. Бына тигән дүрт бала үҫтерҙе. Хәҙер биш балаға өләсәй инде. Бығаса ҡыҙының егеттәр менән дуҫлашып йөрөгәне тойолмағас, ул был һүҙҙе әле генә көтмәне. Нимә генә тимә, хәҙер йәштәр улай бик иртә ғаилә ҡороп бармай. Ана күршеһенең ҡыҙҙарының береһенә – 23, икенсеһенә 26 йәш. Һаман кейәүгә сығырға ашыҡмайҙар. Бер ҡараһаң, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Ҡыҙҙар үҙ мәлендә кейәүгә сығып, егеттәр өйләнеп ҡалғаны һәйбәт. Ауылдарында ана кәләш алмаған егеттәр тулып йөрөй.
– Кемгә сығаһың? – тип һораны әсәһе.
– Айнурға!
– Ниндәй Айнур?
– Мәхмүзә апайҙың улы.
– Ниндәй Мәхмүзә ул?
– Нисек инде белмәйһең, әсәй! Вәлиева. Ҡарағайлы ауылында йәшәйҙәр.
– Кит, алйот булып бараһыңмы әллә! Улар һиңә өс туған була. Мәхмүзә апайың менән мин – ике туғандар.
– Өс туған туғанмы ни ул! Кешеләр ике туғандары менән дә өйләнешә. Ана Фәнүзә менән Сәлим дә – өс туған, һин дә мин йәшәп яталар.
Үкенескә ҡаршы, эш өгөтләүҙән, кире һүреүҙән уҙғайны. Әлимәнең ике айлыҡ ауыры бар ине. Әсә кешенең был ваҡыттағы ҡайғы-хәсрәтен һөйләп аңлатырлыҡ түгел ине. Бынан һуң кеше күҙенә нисек күренмәк кәрәк? Ғәрлеге ни тора! Бөтәһе лә уларға бармаҡ төртөп ҡарай кеүек ине. Ике туғаның менән ҡоҙалаш әле. Ә бит ғәйеп – үҙҙәрендә. Туғандары менән аралашманылар тиерлек. Бер-береһенә барышып, ҡатышып йәшәһәләр, йәштәр был аҙымға бармаған да булыр ине.
Шулай итеп, никах уҡыттылар, туй үткәрҙеләр. Йәштәр ҡалала йәшәй башланы.
Бәпәйҙәре тыуыр көндө улар ҡанатланып көттө. Ҡыҙҙар тыуасағы билдәле булғас, матур карауат, кейемдәр алып ҡуйҙылар. Үкенескә күрә, йәш ғаиләгә бала табыу йортонан шатланып, шунда уҡ сабый күтәреп сығыу бәхетен татырға тура килмәне. Бәпәйҙе шунда уҡ икенсе дауаханаға күсерҙеләр. Табиптар сабыйға оҙайлы тикшереүҙәр, ҡатмарлы операция кәрәк буласағын әйтте. Ә йәш ғаиләгә артабан бәпәй табырға ярамағанлығын иҫкәртте...
Автор: Венер Исхаҡов.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/97155
Читайте нас: