Хәҙер кис етеү менән ауылдарҙа йәше-ҡарты, олоһо-кесеһе саф һауала йөрөүҙе ғәҙәт итеп алды. Кемдер - скандинав таяҡтары менән йөрөй, икенселәр былай ғына, үҙ-ара рәхәтләнеп һөйләшә-һөйләшә ауыл урамдарынан үтә. Күңелдәр күтәрелә, ә иң мөһиме – саф һауа йәнгә тыныслыҡ, тән сихәте бирә.