+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2020, 17:30

Вирусһыҙ яңы картуф төрҙәре сығарылды

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары вирусһыҙ яңы картуф төрҙәрен сығарыуҙы дауам итә.

Был юлы уҡыу йортоноң селекционерҙары юғары уңыш ала торған «Эрвел», «Агата HC», «Ирәндек» сорттарын тәҡдим итте. Улар Волга буйы федераль округы климатына яраҡлашҡан, төрлө ауырыуҙарға ла бирешмәй. Әлеге көндә «Эрвел»ға патент алырға әҙерләнәләр, ә «Агата HC» һәм «Ирәндек» селекцион ҡаҙаныштарҙың дәүләт реестрына индерергә тапшырылған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, тағы ла картуфтың дүрт төрө Рәсәй төбәктәренә һынауға ебәрелгән.
Читайте нас: