+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2020, 11:35

8 февраль - Рәсәй фәне көнө

Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем.

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге бер нисә институтты берләштерә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бай тарихлы ғилми үҙәк. Ул 1932 йылда барлыҡҡа килә. Башҡортостанды, башҡорт халҡын өйрәнгән донъялағы берҙән-бер ғилми учреждениеның төп маҡсаты – ерле халыҡтың тарихын, телен мәҙәниәтен, бай фольклорын өйрәнеү, һаҡлау һәм танытыу.
Институтта ете бүлек - тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, этнология, археология, Башҡортостандың хәҙерге тарихы, тарих һәм мәҙәниәт тарихы бүлектәре эшләй.
Ғалимдар тарафынан 600-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт нәшер ителгән.
Читайте нас: