Был датаны Берләшкән милләттәр ойошмаһы 19 йыл элек ҡабул итте. Уның төп асылы - тыныс маҡсаттарҙа осҡан самолеттарҙың, мәҫәлән, пассажирҙар лайнерҙарының именлеген тәьмин итеү, халыҡ-ара һауа юлдары селтәрен киңәйтеү, һауа транспортында хәүефһеҙлеккә өлгәшеү. Халыҡ-ара талаптарға ярашлы, һәр дәүләт үҙ күгендә осҡан башҡа дәүләт граждандар самолетын ҡаршылап, оҙатып ҡалырға тейеш.
Рәсәйҙә тәүге һауа юлы 1923 йылда барлыҡҡа килә. 420 километр алыҫлыҡтағы Мәскәү- Түбәнге Новгород осоштары башлана. Башҡортостанда ла ошо йылда һауа флоты йәмғиәте асыла. Бер йылдан тәүге аэродром төҙөлә. 1933 йылдан авиацияны пассажирҙар, почта ташыу, ауыл хужалығында ҡуллана башлайҙар.