Стоматологтарҙың һөнәри байрамы бөтә донъя буйынса билдәләнә.
Тап XVIII быуат башында әлеге өлкә билдәле үҙгәрештәр кисерә – теште консерватив һурыуға ҡарағанда, уны һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү өҫтөнлөк ала. Ә стоматологик ярҙам күрһәтеүсе кешеләр бер һөнәри ойошмаға берләшә һәм бөгөнгәсә стоматолог һөнәре иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе һанала.
32 теште лә һаҡлау зарурлығы тураһында бәләкәйҙән әйтә киләләр. Сөнки теш – кеше организмының үҙ аллы тергеҙелмәй торған берҙән-бер өлөшө.