+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2020, 16:00

ТАҢДАҒЫ ТӨШ.

Таңға ҡарай ғына йоҡлап киткән Рәғиҙә төш күреп ҡурҡып уянды ла ырғып тороп ултырҙы. - Тфү, тфү! Ҡыу сүпкә, ҡола яланға! Әсәһе мәрхүмәнең яман төш күреп уянһаң, шул һүҙҙәрҙе әйтеп, төштө ҡыуып ебәрергә кәрәк, тип өйрәткәне ҡылт итеп иҫенә ҡилеп төштө лә тағы, тағы ҡабатланы: - Ҡыу сүпкә, ҡола яланға, ҡыу сүпкә, ҡола яланға! Ҡола яланда ҡыу сүп эҙләргә, ҡола яланда ҡыу сүпте тапмаҫҡа!

Тулап типкән йөрәге тыныслана төштө буғай, тын алышы ла тигеҙләнде, шикелле был һүҙҙәрҙән һуң. Ә күҙҙәре ниңәлер ярым йомоҡ. Үҙе һаман уң ҡулын Варистың ҡулынан тартып алырға маташа икән дә баһа.
- Ҡыу сүпкә! - ти ҙә ҡулын артҡа йәшерә.
- Ҡола яланға, - ти ҙә йәшерә.
Төшөңә кергән кешене теләһә нәмә менән яман итеп әрләргә кәрәк, шулайтһаң, китә ул, башҡа күренмәй, - тигәне лә хәтерендә.
Бала саҡтағы бер иртә күңеленә ныҡ ҡалған Рәғиҙәнең, күҙ алдында тора һаман. Шомло төштәрҙән ҡурҡыуы ла шунан ҡалды.

Ҡыш ине.
Өй эсе ҡараңғы булһа ла таң аталыр - әсәһе мейескә ут яғып йөрөй, үҙе асыулы тауыш менән ярым бышылдап ярһып - ярһып кемделер әрләй. Рәғиҙә башын ҡалҡытты. Өйҙә әсәһенән башҡа берәү ҙә күренмәй. Ә әсәһе буйтым ҡыҙған.
- Үлмәҫ кәрәк ине! Кем һиңә үлергә ҡушҡан? Йә, ер ҡыуышы тулдымы, һин үлеп? Мине әпкитергә йөрөйһөңмө? Барырмын, көтөп тор! Балларҙы үкһеҙ итергәме? Мә! Ҡуш ҡуҡыш һиңә!
Янған утҡа алмаш - тилмәш йоҙроғон һоноп - һоноп ала әсәһе. Үҙе йә мейес алдын, йә көлдөксәне һеперә, үҙе бер туҡтауһыҙ һуҡрана. Тамағынан һығылып сыҡҡанғамы, тауышы ла үҙенекенә оҡшамай китә, хатта йөҙө лә ят һымаҡ.
- Киткәс, ят шунда! Анһатҡа сыҡтың бит өс етемеңде миңә ташлап китеп!
Рәғиҙә әсәһенең ҡыланышына аптырап ятты ла ҡурҡып ҡына һораны.
- Әсәй? Кемде әрләйһең ул?
- Атаңды. Әйҙә, киттек, былай ҙа оҙаҡланың, тисе.
- Атайым үлгән дә инде.
- Үлһә лә төш болартып ята ана. Шуға әрләп, ҡыуып ебәрҙем.

Ә бына бөгөн таң менән Рәғиҙә Варисты әрләй. Варис уның ҡулынан тотоп алған да ысҡындырмай. Тиктәҫкә күренмәйҙер... Балаларына берәй нәмә булып тормаһын...
Теләһә нәмә әйтә алманы, шулай ҙа үҙенсә яман итеп Варисты әрләп ташланы:
- Минең төшөмә инеп ни! Ана Һәҙиәңә күрен! Ат шикелле үҙ бисәң бар! Миндә һинең ни эшең? Былай ҙа һинең арҡала ишетмәгән һүҙ ҡалманы! Киткән икәнһең, йөрө киткән ереңдә! Икенселәй күрһәмме! Әйтәм Һәҙиәгә!
Булды, шикелле.
Ярай әле, ялға тиклем өйҙә бер үҙе. Әсәй еңеләйеп барамы икән әллә, тип аптырарҙар ине, юғиһә.

Ә теге таң Рәғиҙәнең бала күңеленә тәрән уйылып ҡалды. Күҙ алдында һаман шул көйө тора.
Яңынан йоҡлап киткән Рәғиҙә ишек тауышына уянғайны ул саҡта. Әсәһе соланға самауыр сығарғандыр - өй эсенә аҡ быу тулған. Яҡтырған.
- Тере ҡуҙ хәҙер ҡайнатып сығарыр. Сәй эсербеҙ икәүләп. Малайҙар йоҡлаһын әле, өй ҙә йылына бирһен.
Әсәһе урындыҡ ситенә ултырҙы. Илаған микән - күҙҙәре ҡыҙарған.
Рәғиҙә әсәһенә, тәү күргәндәй, оҙаҡ ҡарап ятты.
Әсәһе матур икән уның, һылыу. Ҡаштары ҡыйылып, оҙон керпектәре бөгөлөп тора, ҙур күҙҙәре сөм - ҡара. Берҙән үрелгән оҙон, йыуан толомоноң осо тағатылып урындыҡҡа таралған. Танауы төҙ генә, ҡырлас. Рәғиҙәнеке кеүек төймә танау түгел.
Әсәһе тулап асынған малайҙарҙың юрғанын тыйғыслап япты ла, Рәғиҙәнең эргәһенә килеп ятты. Юрған аша уны тупылдатып һөйҙө, сәсенән һыйпаны.
- Былай ҙа оҙаҡланың, тип килеп тора оялмай ҙа! Һеҙ бәләкәй бит әле, бауырығыҙ ҡалҡһын әҙерәк, тием шул, балам. Ильяс менән Мирхәт былай ҙа һиңә ҡалыр инде, ҡыҙым, миңә бер - бер хәл булһа, - тип һүҙен дауам иткәйне әсәһе.
Шул таңда кеше белмәҫ серҙәрен Рәғиҙә ҡыҙына асты әсәһе, ҡыҙының башынан һыйпай - һыйпай һөйләне лә һөйләне.
Үҙен тиң күреп, эс серен һөйләүенә ҡыуанды, хатта ғорурланды Рәғиҙә.

Хәҙер уйлай - береһенән береһе кесе өс бала менән ҡалған бит әсәкәйе. Рәғиҙәгә ун йәш кенә булған.
- Ээй, әсәкәйем... Нисек кенә түҙҙең ирһеҙ етемлеккә? Ул саҡтарҙа? Бер үҙең?
Рәғиҙә тәҙрә янына барып баҫты. Ҡараштары менән ҡаршылағы Ирәндек һырттарын, уйҙары менән үткәндәрен байҡаны.
Хәтирә барлау уҡып ултырған китабыңдың бер битен бөтөп, йәһәт кенә икенсеһенә күсеү түгел, уйҙарыңдың осон ҡапыл ғына табып та, күңел әрнеүенә сыҙап та булмай.

Рәғиҙәнең әсәһе уҫал булды. "Баҡшы Миңсара" ти торғайнылар. Миңнурый таҡҡан был ҡушаматты. Элек, ҡыҙ саҡтарында, әхирәт булғандар үҙҙәре. Ә был һүҙҙе Ильяс алып ҡайтты өйгә.
- Әсәй, баҡшы нимә була ул?
- Кем әйтә уны?
- Әй, анау Зөфәрҙең әсәһе гел әйтә. Миңә гел: " Баҡшы балаһы," - ти.
- Әә, улмы? Әйтһен. Ишетмә лә. Баҡшы мына минең һымаҡ эшкә шәп, берәүҙән дә ҡурҡмаған кеше була.
Уҫаллығы менән үҙен дә, балаларын да яманаттан һаҡлаған икән әсәкәйе, әсе телен ҡалҡан иткән.
- Баҡшы булмаһаң, йәшәп булмай ирһеҙ бисәгә. Этенән дә, бетенән дә таланып йөрөрһөң, - ти торғайны. - Мәшәү булмағыҙ, бинахаҡ һүҙ күтәреп йөрөмәгеҙ.

Ә теге таңда әсәһе һөйләне лә һөйләне.
- Туҡта, тәүҙә самауырҙы индерәйем дә.
Борҡоп ҡайнаған самауыр торбаһына сәйгүнен ултыртты.
- Сәйе бешә бирһен әле.
- ...Мин Хафиз ағайыңды яраттым бит, ҡыҙым.
- Ҡайһы? Анау..
- Эйе, Миңнурый апайыңдың ирен. Зөфәрҙәрҙең атаһын. Бер - беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ беҙ, ҡыҙым. Тик бергә булырға насип итмәне.
- Кем?
- Әллә инде, балам. Әсәмдән дә булғандыр.

Ун йәшлек ҡыҙ бала нимә тип йыуатһын инде илап ебәргән әсәһен? Өләсәһе әсәкәйен нимәләр генә эшләткән икән ул тиклем үкһеп - үкһеп иларлыҡ?
Әсәһе ең осо менән күҙҙәрен ҡоротҡансы һөрттө лә тороп мейес башын япты.
Рәғиҙәне тағы ҡосаҡлап һөйөп алды ла башынан һыйпай - һыйпай һөйләне лә һөйләне.
- Хафизды мин ныҡ яраттым, балам. Оят булһа ла әйтәйем инде. Ә әсәйем мине киске уйындарға сығарманы. Нишләп улайтҡандыр. Шулай ҙа осрашырға әмәлен таба инек. Миңә төнгө сменаға эшкә булһа, әсәмдән йәшереп кенә матур итеп кейенеп алам. Ә тышынан ҡара эсписофка халат кейеп эшкә китәм. Аҡыллы булды Хафиз, мине аңлай торғайны. Армияға китергә пависка килгәс, осрашып, һүҙҙәр бирештек: ул имен - аман ҡайтырға, мин - өс йыл уны тоғро көтөргә.
- Иртәнсәк урамдан гармун уйнап үтермен, ә һин, Миңсара...
- Ярай, мин сығырмын, оҙатып ҡалырмын.
Шулай тип һүҙ ҡуйышҡан булдыҡ.
Ул гармун уйнаны... Эй уйнаны Хафиз. Гармун тауышы юғалғасы илай - илай тыңлап яттым. Мин сыға алманым - әсәм ишекте тыштан бикләгән. Нишләп улайтҡандыр...
"Аҙна һайын хат яҙып торормон"- тигән ине тәүге хатында. Шунан башҡа хат килмәне. Әсәм юҡ итеп торған Хафиздың хаттарын. Ә үҙе мине, ни ғәжәптер, вишерҙарға ебәрә башланы. Ә миңә берәү ҙә кәрәкмәй, мин Хафизымды көттөм ҡайтҡас, аңлашырбыҙ, тип көттөм.
- Шунан ошо һеҙҙең атайығыҙ ҡайтты ауылға. Һуғыштан һуң тағы һигеҙ йыл хеҙмәт иткән. Беҙгә килеп атайым менән һөйләшеп ултырып - ултырып ҡайта ине. Ҡарамаҫлыҡ егет түгел үҙе. Мыҡты кәүҙәле, ҡалын ҡара ҡашлы, һөйкөмлө.Түше тулы орден - миҙал. Ә үҙенең миндә эше лә юҡ. Ярай, тием, ҡарамаһаң ни. Инәлмәйбеҙ, беҙҙең вәғәҙәләшкән егетебеҙ бар. Йәшкә лә минән өлкәнһең, тием..
Әсәм инде Фазыл ағай килһә, айҙай балҡый. Саҡ ҡына изем булғайны атаң яғынан, тоттороп та ебәрҙе. Ер тырнап иламаһаң кәрәк. Нишләп улайтҡандыр... Ә Хафиз ҡайтманы, хеҙмәт иткән ерендә ҡалды.
- Бер үпкәм дә юҡ атайыңа. Һәйбәт кеше булды. Мине ныҡ ҡәҙер итте. Тик иртә китеп әрәм булды.

Атаһының үлгәнен, илашҡандарын, өйҙән алып сыҡҡандарын саҡ ҡына хәтерләй Рәғиҙә. Бала ғына инеләр бит. Ә уның төндәрен һыҙланғанын, ыңранғанын онотмай. Ә атаһы үлгәс күргәндәре иһә һис оноторлоҡ түгел.
Утын ташып алалар ине Ирәндектән арҡыры бысҡы менән бысып, ҡул арбаһына тейәп. Уныһы йылдың йылы таҡы - тоҡо булып ҡала ине. Бесәнен дә эшләнеләр ыҙалаһалар ҙа. Тик уны ташытып алыуы аҙап та, ғазап та ине әсәһенә. Ат менән ташытырға ат тотҡан ир кәрәк, ул ирҙең бисәһенән битең һыуын биш түгеп, инәлеп, рөхсәт алырға кәрәк. Һылыу булғанына әсәһе ғәйеплеме ни, дәрте ташып торған ирҙәрҙең күңелдәре уйнаҡлап киткәнгә кем ғәйепле?
- Ярай, ул бисә үҙенең дастуйын ирен ҡыҙғанһа ла риза булыр инем! Энә ашаған эт ҡошап ләңгерҙәп саҡ йөрөгәндәрен дә, ашағанын үтә төшөрөп йөрөгән ҡорсаңғыларын да миңә ҡушалар, шуныһы йәнде үртәй, - ти торғайны әсәһе Миңнурый әхирәтенә.
- Мин Миңсара менән шулай... Мин Миңсара менән былай... - Ирҙәр бисәләрҙән яман ғәйбәт тигәндә. Эй, ҡыҙым...
- Атаң үлгәс, Хафиз ҡайтты. Ҡайтҡан көндө үк миңә килде.
- Балалар ыңды бергәләп үҫтерәйек, Миңсара, бергә йәшәйек, - тип килде. Юҡ, тинем, Фазылым рәнйер.
Әсәһе Хафизға үҙенең әхирәте Миңнурыйҙы димләп, уға өйләнергә ризалатҡан.
- Ҡатышып йәшәрбеҙ, ярҙамыңдан баш тартмам, - тинем.

Ә Миңнурый әхирәте ҡылды ҡылыҡты!
Был хәлде Рәғиҙә бик асыҡ хәтерләй.

Былай булды.
Ҡышҡылыҡҡа тәҙрәләрен ҡатлатты Хафиз ағайҙан әсәһе. Оҙаҡлап та киткәндер ҡайтмай. Бергәләп ултырып сәй эстеләр. Бәләкәй ҡустыһы Хафиз ағайҙың алдынан төшмәй ҙә ҡуя.
- Ҡайтма, - тип илай. - Атай, атай! - тип илай.
Саҡ әүрәттеләр малайҙы.
- Иртәгә тағы киләм мин, улым, - тигән булды Хафиз ағай.
Иртәгеһенә ул килмәне, Миңнурый килеп Рәғиҙәләрҙең тәҙрәләрен сайран итеп онтап ҡайтты. Яр һалып, әсәһен әрләне, әллә ниндәй һүҙҙәр менән ғәйепләне.
Әсәһе ләм - мим һүҙ әйтмәне. Ике яғындағы ике малайын ҡосаҡлап урам уртаһында тик торҙо. Тик малайҙарының яурынындағы ҡулдары шыҡырайта төйөлгән ине..
Өй эсенә, нигеҙ буйына ҡойолған быяла ярсыҡтарын әсәһе ике биҙрәгә тултырып ултыртып ҡуйҙы ниңәлер

Ҡар күҙе төшә башлаған бер көндө теге ике биҙрәнең өҫтөн иҫке яулыҡтар менән бәйләп, көйәнтәләп алды ла, Рәғиҙәләрҙе эйәртеп, әсәһе әхирәтенә китте. Рәғиҙә эштең ниҙә икәнен тәүҙә аңламаны. Хафиз ағайҙарға барып, урамдарына ингәс саҡ белде.
Әсәһе биҙрәләрҙе өй мөйөшөнә ҡуша һуҡты ла ҡулындағы көйәнтә менән тәҙрәләрҙе ҡыйрата башланы.
- Тәҙрә ярыу ошолай була ул! Уйнаш итеү ошолай була! Тәҙрә ярғанды күргәнегеҙ булмаһа, күрегеҙ! Тәҙрәне кеше ошолай яра ул, әхирәт!
Өйҙән Хафиз ағай килеп сыҡты.
- Атай! - тип уға ынтылған Мирхәтте күтәреп алды.
Хәҙер һөйләп көлөп алалар. Үҙе Хафиз ағайҙы ҡосаҡлап алған, үҙе әсәһенең һүҙҙәрен ҡабатлай икән Мирхәт:
- Кеше тәҙрәне ошолай яра! Ошолай яра!
Шул хәлдән һуң әхирәте әсәһенә "Баҡшы", тип исем таҡты. Үҙенән башҡа берәү ҙә улайтып әйтмәне лә, буғай.
Ә, юҡ, әйтте, Сабира тигән апай әйтте.

Бесәндәш инеләр. Ирле, атлы кеше ни, Рәғиҙәләр ҡасан йәйәүләп барып еткәнсе, бер һыуһын эшләп, сәйгә ултырған була инеләр. Шул Сабиралар Рәғиҙәләр яғына бер - ике бакуй булһа ла йыл һайын үтеп инә башланылар. Әсәһе бер әйтте, ике әйтте - ҡолаҡтарына ла элмәнеләр.
Ә бер йылы ике күбәлек ерҙе сабып һалғандар былар. Бакуйҙары шаурап кипкән ине инде.
- Күбәләйек тә ҡуяйыҡ, минең ерҙе сапҡандар бит, - тигәйне әсәһе, малайҙары өндәшмәне.
- Ут төртәм дә ҡуям! Уларға ла юҡ, миңә лә юҡ! - тип шырпы тоҡандыра башлағайны, Мирхәт ҡурҡытты.
- Әсәй, пажар була!
Әсәйҙәре сәй ҡайнатып эсерҙе тәүҙә балаларына. Шаярып, көлөшөп, яйлап эстеләр сәйҙе.
- Һеҙгә эш юҡ бөгөн, ана, уйнағыҙ - тине лә, Сабираларҙың сапҡан бакуйҙарын йыйып - эйереп һалды. Балалар һағайҙы - ни эшләргә йыйына икән әсәләре? Ә ул һәнәк менән сәнсеп ала ла тегеләр яғында үҫкән ҡайын ботаҡтарына бесәнде элә, сәнсеп ала ла тал араһына ташлай. Рәғиҙә лә байтаҡ бакуйҙы ағас араһына ташып һалды.
Бакуй йыябыҙ, тип килгән Сабиралар асҡан ауыҙҙарын ябырға онотто.
- Баҡшы бисә...Биреле... Кеше белмәй әйтмәй икән.
-Эйе, Сабира апай, баҡшының саммый үҙемен инде. Икенсе йыл кәбәнеңә ут төртәм. Һиңә лә юҡ, миңә лә юҡ.

Хафиз ағай аҙаҡ эскегә бирелеп китте ниңәлер. Миңнурый Рәғиҙәләргә илап килә торғайны. Тәҙрә ваҡиғаһынан һуң аралар өҙөлгәйне байтаҡҡа. Ҡалайтайыҡ икән, тип бергә аптыраша ине хәҙер әхирәттәр.
Рәғиҙә әсәһе менән Хафиз ағаһының бер кистә һөйләшкәндәрен һүҙмә - һүҙ хәтерләй.
- Эсмә сәле, Хафиз... Ана, Мирхәт ҡайта ла, атай эсеп йөрөй, тип эсе боша.
- Эй, Миңсара... Һин нимә беләһең...
- Әсәмдән генә булды инде былай булыуҙарыбыҙ...Ҡалайтайыҡ һуң? Эсмәһәңсе...
- Әсәйеңдә лә түгелдер ғәйеп. Их, Миңсара...Һинең менән бер генә төн бергә булһам, үлһәм дә үкенмәҫ инем мин.

Эшлектән сығып барып үлде Хафиз ағай. Әсәһе шулай ҙа әйтте Миңнурыйға.
- Шунан? Шәп булып ултыраңмы хәҙер? Минән ҡыҙғанып? Йөрөр ине әле ике уртала. Һинең менән йоҡлар ине лә, минең эшемде эшләшер ине. Ана, ике бисә еңмәгәнде, бер шешә еңде. Ултыр ирһеҙ бисә булып. Һиңә лә юҡ, миңә лә юҡ...

"Ике ҡустың һиңә ҡала инде", - ти торғайны әсәһе. Һыҙып ауырып йөрөгәндер инде әсәкәйе. Оҙаҡ эшләне бит рудникта ла, торфта ла. Рәғиҙә уҡытыусы булып эшләй башлаған йылды китте иренең эргәһенә. Теге иртәлә әрләп ебәргәйне, ун йылға ҡыуған булған.
Тере кеше тереклек итә. Ҡустылары ла ир етте, һөнәр алдылар , эйәле - башлы булдылар. Рәғиҙә генә әсәһенең йәшендә ирһеҙ ҡалды ике бала менән. Иртә китте ире. Ауырыны.
- Ирҙән иртә ҡалдырмаһын ул, балам. Түл ҡыҫтауы яман була, оят булһа ла әйтәйем. Хафиз ағайыңды төндәрҙә өйөнән алып ҡайтырҙай була инем хатта. Эргәмә яҡыныраҡ килһә лә эстәрем өҙөлә ине... Йәш инем бит. Ир ҡуйынында ятып, ирҙең әсе тирен еҫкәп йоҡлап китеү бәхет бит ул ҡыҙым. Оят булһа ла әйтәм инде. Минең көнөмдө бирмәһен, балам.
Бирҙе шул Рәғиҙәгә лә. Әсәһе кисергәндәрҙе ул да кисерҙе.
- Яңғыҙ ҡатын - зарлы ҡатын. Ул да етем бит, ул да күп нәмәнән мәхрүм. Зарлы етемдең һүҙе ҡаты булыусан. Аслан кешене ҡарғама, кешегә рәнйемә. Күҙе барға үҙе күрһәтә, ҡолағы барға үҙе ишеттерә ул донъя. Үҙе тигеҙләй ул...
- Ээй, әсәкәйем...

Һәҙиәнең инеп килгәнен тәҙрәнән күреп, Рәғиҙә аш бүлмәһенә сыҡты.
Гәпләшеп оҙаҡ ултырҙылар, сәй эстеләр.
- Әй, оноторға йөрөйөм, ингәс тә һөйләрмен, тигәйнем. Таң алдынан ғына һинең Варисың төшөмә инде. Ҡулымды тотоп алған, ебәрмәй ҙә ҡуя. Шунан ҡосаҡлап алды. Ысҡына алдыммы, юҡмы - ҡурҡып уянып киттем. Әйт әле Варисыңа, кеше ҡатынының төшөнә барып йөрөмә, тиген.
- Ул Варис ни тәүҙә һинең Варисың ине инде. Шуға керәлер төшөңә. Миңә бер ҙә күренмәйсе, йоҡом хатта тыныс. Эсеп ала ла һине һөйләп илап, эргәмә ятмай ҙа торғайны. Яңылыштым, хаталандым, имеш... Ул һине һөйләп илай, мин уның хәбәренә ғәрләнеп илайым. Мин бит уны һинән тартып алмаған, йәбешеп сыҡмаған. Ғүмер буйы һиңә ымһынып йәшәне. Минең ни ғәйебем бар ине, йә?
- Бер ғәйебең дә юҡ , тыныслан.. Араға ғына керҙең...
- Арағыҙ бушаҡ булғандыр, бер артыҡ кеше һыйырлыҡ ара ҡалғас.Ярай, әйтермен Варисыма, төндә яттарҙы ҡосаҡлама, тиермен.
Ике ҡатын асыуланышмай ғына үпкәләшеп алдылар.
- Варисымдыың төшлөгө һәйбәт ул, борсолма, Рәғиҙә.
- Рәхмәт әйтәм әле Варис мәрхүмгә. Төшөмә инеп, бала саҡтарҙан йөрөтөп алып ҡайтты ул мине бөгөн таңда.
Таңһылыу Ҡарасурина.
фото интернеттан алынды.
Читайте нас: