Беҙ ул саҡта бала ғына. Сирәмдә тәгәрәп ятып йәшел генә йомро бәпкәләрҙе ҡарғаларҙан һаҡлайбыҙ. Улары ла хәйләкәр, һинең ситкә китеүеңде генә һағалап торалар – аҙ ғына күҙ яҙҙырҙыңмы, бәпкәне эләктереп тә китәләр. Күрше-тирә инәйҙәр инде беҙҙең үҙебеҙгә күҙ-ҡолаҡ, сөнки атай-әсәйҙәр көнө буйы колхоз эшендә, өйҙәге эштәр иһә беҙгә йөкмәтелгән. Өләсәйле саҡтар, йәшел сирәмдә уйнаған, йомортҡа баҫып бәпкә сығарған ябай ауыл ҡаҙҙары олоғая барған һайын матур хәтирә булып иҫкә төшә.