+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2020, 11:35

Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө

Был көн 10 февралдә билдәләнә

Илселек хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы РФ Президенты ҡарары менән Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының 200 йыллығы хөрмәтенә 2002 йылда булдырыла.
Дипломаттар араһында йөрөгән һүҙҙәргә ҡарағанда, Рәсәйҙең беренсе тышҡы сәйәси идараһы – Илселек бойороғоноң тәүге телгә алыныуы 1549 йылдың тап ошо көнөнә тура килә.
Шулай ҙа Император Александр I булдырған яңы ведомство – Сит ил эштәре министрлығы үҙенең йәшәү ваҡытын 1802 йылдан һанай.
Әле Рәсәй дипломатияһы донъя аренаһында төп, иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә.
Башҡортостан Республикаһында тышҡы бәйләнештәр төрлө йүнәлештә һәм тармаҡта әүҙем үҫешә.
Читайте нас: