+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2020, 19:25

Автомат кер йыуыу машинаһы һайлайбыҙ

Автомат кер йыуыу машиналары хәҙер һәр хужабикәлә бар. Тәүге тапҡыр был техниканы алырға йыйынғандар ниндәйҙәрен һайларға белмәй. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, моғайын.

*Иң тәүҙә машинаның автоматик блокировкаһы бармы - юҡмы икәнлегенә иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә бындай яйланма юҡ икән, өйҙәге бәләкәй балалар уны һыу тултырылып эшләп торғанында аса алалар.
*Йортоғоҙҙа урын тар булһа, вертикаль кер йыуыу машинаһына өҫтөнлөк бирегеҙ.
*Күп фатирҙарҙа һыуға счетчиктар ҡуйылған. Машина кер йыуғанда һыу күләмен күпме ҡулланғаны менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Һыу аҙыраҡ китһә, шул тиклем яҡшыраҡ.
*Кер һала торған бактар тутыҡмай торған тимерҙән һәм пластиктан эшләнә. Белгестәр фекеренсә, тимер оҙаҡҡа сыҙай.
*Һыу температураһын көйләп булған автомат кер йыуыу машинаһы яҡшыраҡ. Трикотаж керҙе йыуыу өсөн , мәҫәлән, үтә эҫе һыу ярамай.
*Иң төп параметрҙарҙың береһе - керҙең һыйҙырышлығы. Әгәр ҙә ғаиләгеҙ ҙур түгел икән, 3,5-4 кг, ҙур ғаилә икән 5 килолығы ла ҡулай.
*Барабандың минутына нисә мәртәбә әйләнеүенә лә иғтибар итегеҙ. Әйләнеү тиҙлеге ҙур икән, йыуған әйберҙәр ҙә тиҙерәк туҙасаҡ. Алтын урталыҡты һайлағыҙ.
*Тауыш, энергияны ҡулланыу кимәлен дә билдәләгән параметрҙар бар.
Автомат кер йыуыу машинаһы һайлағанда таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!
Читайте нас: