Үкенескә күрә, егеттең әсәһе ул бәләкәй саҡта уҡ вафат булған шул. Ә бына, Аллаға шөкөр, арабыҙҙа кеше балаһын үҙенекеләй яҡын күргәндәр, хәленә ингәндәр бар. Шундайҙарҙың береһе - Дағстандан Рая исемле ҡатын - ошо көндәрҙә Рәмилгә ике тапҡыр аҙыҡ-түлек алып килгән.
“Рая – Рәмил янына Дағстандан килгән ябай ҡатын. Улар туған түгел, хатта таныш та булмағандар. Шулай ҙа ҡатын Рәмилдең яҙмышы өсөн ныҡ борсола. Ул изге ғәмәлен ысын күңелдән эшләгән. Бала саҡтан уҡ Кавказ ҡатын-ҡыҙҙарының оло йөрәкле икәнен яҡшы беләм”, - тип яҙған Рәмил Шәмсетдиновтың адвокаты Нәғиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: @advokat_nagiev