+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2020, 12:10

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына бөгөн 88 йыл.

Рәми Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай.

Рәми Ғарипов Салауат районы Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә доньяға килгән. Уның киң билдәле “Туған тел” шиғыры бөгөнгө көндәргә лә ауаздаш һәм шағир булмышын билдәләгән әҫәрҙәрҙең береһе. Иҫән сағында ялҡынлы ижады, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн бер награда ла алмаған шағирға танылыу беҙҙең көндәрҙә генә килде. Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы үҙе үлгәндән һуң бирелде.
Республика башлығы Радий Хәбировтың халыҡ шағирының тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы Указы донья күрҙе. Әлеге көндә Рәми Ғарипов хаҡында тәүге нәфис фильм төшөрөлә.
Читайте нас: