-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2020, 11:50

Илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала

15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 31 йыл тула.

Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ меңдән ашыу хәрби ҡатнаша. Уларҙың 347-һе һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала.
Һуғыш... Әҙәм балаһы ошонан да ҡурҡынысыраҡ, афәтлерәк бәләгә тарығаны бармы икән? Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, ҡояш аҫтында күберәк урын яулар өсөн ҡан ҡойоштар бара. Әҙәм балаһы юғары аңлы, әхлаҡи ҡанундар буйынса йәшәй башлауына ҡарамаҫтан, хәҙерге ваҡытта ла һуғыштар туҡтамай.
Ә инде ата-әсә хәстәрен, һөйөүен күреп, тыныс күк аҫтында ғына йәшәгән 18-20 йәшлек малайҙарҙың ут эсенә ебәрелеүе иң ҡурҡыныс күренештер ул. Илебеҙҙең аҫыл улдарын һәләк иткән Афғанстан яуы йылдар төпкөлөндә ҡала барһа ла, унан алған яралар әле лә һыҙлай, әрней.
Районыбыҙҙың яугир-интернационалистарының бер ғаилә булып йәшәүе, яуҙа һәләк булған иптәштәрен онотмауы, бер көс булып уҡмашыуы оло ихтирамға лайыҡ.
Йәшләй генә ут эсенә инергә мәжбүр булған яугир-интернационалистарҙы, һәләк булып, мәңге йәш ҡалған һалдаттарҙы бер ҡасан да онотмайыҡ, уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлайыҡ, имен-аман әйләнеп ҡайтҡандарын ихтирам итәйек, ҡәрҙәштәр!
Читайте нас: