+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Февраль 2020, 13:15

Өфө районы Зубово ауылында йәслеһе булған яңы балалар баҡсаһы асылды

Өфө районы Зубово ауылында «Бәпембә» балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Объект 2018 йылдың декабрендә төҙөлә башлағайны.Баҡса 2 йәштән 7 йәшкә тиклемге 260 балаға иҫәпләнгән.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында барлығы 12 төркөм, шул иҫәптән йәсле йәшендәге ике төркөм ҡаралған. Бөгөнгө көнгә бөтәһе 264 баланан торған 10 төркөм тупланған. Тағы ла 2 өҫтәмә төркөм йыйыу күҙаллана, сөнки башҡа район баҡсаларынан да балалар күсеүе көтөлә. Шулай уҡ баҡсала тәрбиәләнеүселәр ҡыҫҡа ваҡытҡа килгән һәм дежур төркөмдәр буласаҡ.
Балалар баҡсаһы персонал менән тулыһынса комплектланған. Унда социаль-коммуникатив, аңды, телмәрҙе үҫтереү, художестволы-эстетик тәрбиә һәм балаларҙың физик үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шулай уҡ түләүле өҫтәмә түңәрәктәр ҙә планлаштырылған.
Бында йыһазландырылған музыка һәм спорт залдары, методик кабинет, психолог кабинеты, медицина блогы һәм кер йыуыу бүлмәһе бар. Саф һауала уйнау өсөн майҙансыҡтар йыһазландырылған, балалар баҡсаһы территорияһы тулыһынса төҙөкләндерелгән. Аҙыҡ-түлек блогының булыуы –был балалар баҡсаһының үҙенсәлеге.
2019 йылда Башҡортостанда 22 балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. 2020 йылда республикала тағы ла 24 балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырылған.
Читайте нас: