+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2020, 18:40

Бөгөн- Халыҡ-ара билмән көнө

Байрамдарҙың һәм көндәрҙең ниндәйе генә юҡ!

18 февраль - Халыҡ-ара билмән көнө билдәләнә. Кемдәр генә яратмай икән билмәнде, һәр халыҡ уны үҙенсә бешерә. Кемдер ит, икенселәре картуф, хатта ҡабаҡтан, кесерткән, укроптан эшләүселәр ҙә бар. Шулай ҙа беҙҙең өсөн үткәрелгән иткә бер аҙ картуф, һуған, төрлө тәмлекәстәр һалып, йомшаҡ һәм йоҡа ҡамырҙан әҙерләнгәненә етәме ни?! Бала саҡта билмәнде күмәкләшеп ултырып, ҡул менән бөгөүселәр ҙә булғандыр әле. Хәҙер магазин кәштәләрендә билмәндәрҙең ниндәйе генә юҡ! Йәнең теләгәнде һатып ал, тик үҙ ҡулдарың менән эшләүгә етәме ни...
Халыҡ-ара билмән көнө уңайынан бөгөн өҫтәлдәребеҙҙә яратҡан аш-һыуыбыҙ урын алһын. Билмәндәрегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: