Был юғары аҡһымлы, аҙ калориялы продукт макро- һәм микроэлементтарға, аминокислоталарға, витаминдарға бик бай. Уның аҡһымы еңел үҙләштерелә, аллергия тыуҙырмай. Тормош ритмы бик етеҙ хәҙер, ҡайһы саҡ синтетик аҙыҡ ашауыбыҙ хаҡында уйланмайбыҙ ҙа. Ләкин һаулығын хәстәрләгән кеше сауҙала тәҡдим ителгән күп һанлы продукт араһынан үҙенә файҙалы, сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ аҙыҡ таба ала.
Борайҙы даими ҡулланыу ҡандағы шәкәрҙе кәметә, иммунитетты арттыра, эндокрин, йөрәк-ҡан, аҙыҡ эшкәртеүсе, нервы, репродуктив система эшмәкәрлеген нығыта. Ә иң мөһиме – инфекция, онкология, анемия ауырыуҙарын иҫкәртә. Астма менән яфаланған балалар өсөн дә борай файҙалы. Унда аллергия тыуҙырыусы глютен миҡдары бик аҙ, шуға йәш балаларға ла бирергә була. Әйткәндәй, борайҙа аҡһым тауыҡ йомортҡаһына ҡарағанда күберәк. Үҫенте аҡһымында аминокислоталар ҙа күп.
Артыҡ ауырлыҡ менән яфаланғандар өсөн дә борай бик файҙалы. Ул кешене туҡ тота, ауырлыҡ кәмей. Һуңғы осорҙа был ғәжәйеп продуктҡа иғтибар бермә-бер артты. Хатта уны “бөртөклөләрҙең ҡара ыуылдырығы” тип тә атайҙар. Ғөмүмән, борондан һаҡланып ҡалған бөртөклө культура инфаркт, инсульт осрағын кәметә, үт ҡыуығында таш булдырмай, эндокрин системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, организмда матдәләр алмашыныуын көйләй.